Сөмбөлә тергеҙелә29.09.2015
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты менән берлектә Сөмбөлә байрамын ойошторҙо.

Йәмғиәт етәксеһе, танылған фольклорсы Розалия Солтангәрәева әйтеүенсә, был байрам осоронда өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙға әүәл-әүәлдән ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелгән, йәштәргә иһә фатиха бирелгән, бәйеттәр уҡылған. Һуңыраҡ уны тәүге уңышҡа арнай башлағандар.
Әле Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ошо күркәм йола байрамын тергеҙергә ҡарар итте. Ағинәйҙәр Башҡорт дәүләт университеты студенттары, уҡытыусылары менән осрашты, үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны, йырҙар, бейеүҙәр башҡарҙы, аҡыллы нәсихәттәрен еткерҙе. Байрам табынына оҫтабикәләр әҙерләгән ризыҡтар ҡуйылды.






Вернуться назад