“Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы быйыл 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо арауыҡта проектта 250 башҡорт ҡыҙы ҡатнашҡан. Быйылғы “Һылыуҡай” Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала.
17 февралдә һайлап алыу турын үткән 12 ҡыҙ менән яҡыныраҡ танышыу маҡсатында матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Сарала “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһынан А. Әлмөхәмәтов менән И. Сәйетбатталов, конкурстың режиссеры А. Сиражетдинова-Үтәгәнова, проекттың продюсеры Д. Зарипова ҡатнашты.
— Һайлап алыу турында төп талаптарҙың береһе башҡорт телен белеү булды, — тине Айгөл Сиражетдинова-Үтәгәнова. — Конкурста, матурлыҡты баһалауҙан тыш, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, фольклорына ҙур урын бирелә.
Ҡыҙҙарҙы дефиле, хореография, биҙәнеү һәм башҡа дәрестәрҙән — “Гүзәл-данс” бейеү мәктәбе етәксеһе, хореограф Гүзәл Исламғолова, соло-латино бейеүенә – Мадагаскар егете Жюльен, “Һылыуҡай”ҙың төрлө йылдарҙағы еңеүселәре уҡыта.
— Дәрестәрҙән тыш, ҡыҙҙар ҡаргиҙәрҙә йөрөнө, телевидениела һәм радиола үҙҙәрен журналист ролендә һынап ҡараны, — тине проекттың продюсеры Дилара Зарипова.
Тиҙҙән Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһы тамашасылары конкурсҡа әҙерлекте күҙәтә аласаҡ: 27 февралдән “Һылыуҡай-2012” көндәлектәре” тапшырыуы эфирға сыға. Иң-иңдәр иһә 2 мартта “Нефтсе” мәҙәниәт һарайындағы гала-концертта билдәләнәсәк.
Һеҙҙең иғтибарығыҙға конкурста ҡатнашыусыларҙың исемлеген бирәбеҙ: Раушания Ибраһимова (Күгәрсен районы), Алина Мораҙымова (Салауат районы), Гөлнур Зиннәтова (Ҡыйғы районы), Гөлназ Ҡотлозаманова (Иглин районы), Нәркәс Ирмәкова (Баймаҡ районы), Ләйсән Ғарифйәнова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Гөлсибәр Батраева (Бишбүләк районы), Гөлиә Мәсәғүтова (Бөрйән районы), Лилиә Шәймәрҙәнова (Өфө ҡалаһы), Гүзәлиә Усманова (Ишембай районы), Ләйсән Ғәсимова (Өфө ҡалаһы), Әлиә Исмәғилева (Миәкә районы).
Эльмира БӘШИРОВА.