Иң яҡшылар иҫәбендә29.09.2015
“Рунет”тан файҙаланыусыларҙың фекеренсә, Башҡортостандың Дәүләт академия урыҫ драма театры Рәсәйҙәге иң яҡшы 50 театр иҫәбенә ингән. Ул 12-се урынды яулаған.

Алдынғылар баҫҡысын Мәскәү, Иркутск һәм Ярославль театрҙары биләй. Санкт-Петербург, Воронеж, Пермь, Һарытау һәм ҡайһы бер башҡа ҡалаларҙағы театр учреждениелары ла һынатмай. Рейтинг яңы миҙгел асылыуға бәйле төҙөлгән. Әле илебеҙҙә 1 105 театр иҫәпләнә, шуларҙың 378-е — Мәскәүҙә, 174-е — Санкт-Петербургта.




Вернуться назад