Торбанан быу ғына сығасаҡ29.09.2015
Өфөнөң Шакша биҫтәһендә “Башҡортостан Кроношпаны”н төҙөү хаҡында һүҙ сыҡҡас та йәмәғәтселек гөж килә башланы, уға ҡаршы төрлө саралар ойошторолдо. Имеш, завод ситтән күсерелеп килтерелгән иҫке ҡоролмаларҙан йыйыла, экологияға насар тәьҫир итәсәк. Әммә, нисек кенә булмаһын, төҙөлөш туҡтаманы. Унда республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов та бер нисә тапҡыр булып, эш барышы менән танышты. Ошо көндәрҙә республиканың Йәмәғәт палатаһы журналистарға “Кроношпан” буйлап сәйәхәт ойошторҙо.
Шакшаның бер осонда төҙөлә яңы завод. Әле бында һуңғы эштәр бара: юлдар һалына, ойошма тулыһынса ҡойма менән уратып алынған. Ихатала тау-тау булып бүрәнәләр ята.
– Күптәр сифатлы ағас тотоноласаҡ тип һөйләй, әммә был дөрөҫ түгел, – тип һүҙ башланы “Башҡортостан Кроношпаны”ның генераль директоры Ардашер Курбаншо. – Ана, күрәһегеҙме, өйөлөп ятҡан бүрәнәләрҙең береһе лә таҡта итеп йәки башҡа маҡсатта ҡулланылырҙай түгел. Ә бит республика урмандарында ҡартайып, сереп ятҡан ағас етерлек. ДСП-ны теләһә ниндәй ҡалдыҡ-боҫтоҡтан эшләргә була.
Ысынлап та, бөгөн Башҡортостанда 750 миллион кубометрҙан ашыу ағас запасы бар. Уның яртыһы тиерлек өлгөргән ағастар иҫәбенә тап килә. Улар төҙөлөш материалдары өсөн яраҡһыҙ, йәғни тәрәнәйтеп эшкәртеү өсөн ҡулайлы.
Заводта 250 кеше эшләйәсәк. Улар барыһы ла махсус уҡыу үткән. Ә һалымды ойошма урындағы ҡаҙнаға түләй.
Предприятие әле үк төрлө ойошмаларҙан, хужалыҡтарҙан материалдар һатып ала башлаған, райондарҙан да килтерергә мөмкин, иҫәпләшеү үҙ ваҡытында башҡарыла, ти етәкселәр.
– Был торбанан һауаға зарарлы төтөн сыҡмаҫмы? – тип ҡыҙыҡһынды кемдер.
– Предприятиела сәғәтенә 100 тонна күләмендә ағас вағы киптерелә. Ҡоролма – Европала иң ҙуры. Киптергән ваҡытта ҡулланылған һыу һуңынан туҙандан таҙартыла, ә һауаға уның быуы ғына сығасаҡ, – тине директор.
Завод бер нисә ҙур цехтан тора. Бер урында бысҡы вағы эшкәртелһә, икенсеһендә әле генә сереп ятҡан ағастарҙан матур ДСП плитәләре хасил буласаҡ.
– Эш хаҡы нисегерәк булыр? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Хеҙмәткәрҙәр уртаса 63 мең һум аласаҡ.
Әлбиттә, киләсккә ҙур хыялдар менән йәшәй ойошма етәкселеге. Мәҫәлән, башҡа төр ағас материалдар, ламинат етештерә башлау ҙа күҙ уңында тотола. Ул сағында йәнә бихисап кешегә эш урыны буласаҡ. Күптән түгел предприятиела тәүге плитәләр сығарылған. Сәйәхәттә ҡатнашыусылар уны күрҙе.
– Тиҙҙән ошо таҡталарҙан эшләнгән матур йорт йыһаздары фатирҙарыбыҙҙы йәмләр, – ти директор.
Әлбиттә, ағас эшмәкәрлеге менән бәйле ойошма өсөн янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – мөһим бурыс. Был йәһәттән дә борсолорлоҡ түгел: заманса технологиялар бөгөндән үҙ бурысын үтәргә әҙер.
Завод биләмәһе буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына дауам итте. Барлыҡ ерҙә таҙалыҡ, яңы ҡоролмалар күҙгә салынды. Бысҡы вағын киптереү ҙә, елем һаҡлағыстар ҙа тирә-яҡтың таҙалығы өсөн хәүеф тыуҙырмай, тип аңлатты директор.