Енәйәт һәм яза29.09.2015
Эт ат ҡараҡтарын тотҡан

Хәйбулла районында ат ҡараҡтары тәртип һаҡсыларының ҡулына эләккән.

Райондың Аҡназар ауылында йәшәгән ир, полицияға ғариза яҙып, унда аттарын урларға маташыуҙары хаҡында белдерә. Ҡырҙа йөрөгән малдарҙы эҙләгәндә хужа енәйәтселәрҙең өҫтөнә барып сыға. Бурҙар бер атты бәйләп тә өлгөргән, икенселәрен тотоу менән мәшғүл, ти. Сит кешене күреү менән ҡараҡтар табанын ялтырата, хужа кисекмәҫтән полицияға мөрәжәғәт итә.
Тәртип һаҡсыларының эте енәйәтселәрҙең эҙенә төшә, бер сәғәт эсендә өс бур (Ырымбур өлкәһе граждандары) ҡулға алына. Әйтеүҙәренсә, урланған аттарҙы ҡараҡтар һуйып һатырға ниәтләгән. Әле уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Танышын кредитҡа батырҙы...

Мутлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнгән Тажикстан гражданын ҡайтарып ебәрәсәктәр. Ул үҙенең ауылдашын ике тапҡыр алдаған.

Йәшеренеп ятҡан 46 йәшлек ирҙе полиция хеҙмәткәрҙәре Белорет ҡалаһында ҡулға алды. 2011 йылда банкта эшләгән осорҙа ул танышынан бурысҡа аҡса алып торған. Уны ҡайтарыу өсөн танышының паспортын алып, уның мөлкәтен залогка һалыу договорын төҙөгән һәм банктан алған 2 500 долларҙы бурысы иҫәбенә биргән. Тиҙҙән танышы кредитты банкка процент менән үҙенә үк ҡайтарырға тура киләсәген аңлап ҡалған. Ләкин алдаҡсы сит илгә ҡасып ҡотолған.
Мутлашыусыны Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы ҡарарына ярашлы сара күреү өсөн Тажикстандың хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырасаҡтар.
Һыйыр урла ла бурысыңды түлә, имеш

Полиция хеҙмәткәрҙәре һыйыр ҡараҡтарын тотто.

29 йәшлек ир һәм уның 31 йәшлек өйҙәш ҡатыны кредиттарын түләү өсөн биш һыйырҙы урлаған. Сермән ауылы халҡының малын улар һуйып, Интернетҡа иғлан ҡуйып һатҡан. Сираттағы ҡара эштәренә тотонғанда ғына тәртип һаҡсыларының ҡулына эләккән бурҙар “Уғрылыҡ” статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырыласаҡ.

Директорға ни етмәй?

Күптән түгел Благовещендағы сәнғәт мәктәптәре етәкселәренең береһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Аноним ялыуҙан күренеүенсә, ул эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланған.

Тәфтишселәрҙең фекеренсә, 32 йәшлек етәксе биш йыл эсендә муниципаль бюджетҡа 300 мең һумлыҡ зыян килтергән. Мәктәптәге йыйыштырыусы вазифаһына ул әсәһен урынлаштырған да хеҙмәт хаҡын үҙ кеҫәһенә һалған, ә эште башҡа техничкалар башҡарған. Бынан тыш, директор үткәрелмәгән дәрестәр өсөн дә аҡса алған. Әле эш судҡа тапшырылған.

Ялланыусынан һаҡлан

Бер ир йорт төҙөүгә ялланып аҡса алған да эште башҡармайынса ҡасҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны Магнитогорск ҡалаһында тотто.
2014 йыл аҙағында Әбйәлил районының Асҡар ауы­лын­да йәшәгән ҡатын Силәбе өлкәһенән килгән 26 йәшлек ирҙе өйөнә түшәм эшләргә яллай. Ләкин уныһы бурысын үтәмәй, етмәһә, төҙөлөш материалдарын урлап юҡҡа сыға.
Хужабикәнең фекеренсә, уға 24 мең һумлыҡ зыян килгән. Әле булдыҡһыҙ эшсе ғәйебен тулыһынса таныған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Прокуратураһы, Эске эштәр министрлығы, Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.




Вернуться назад