Эй, ғәжәйеп донъя...25.02.2012
Иң ҡатмарлы “аппарат”
Кеше мейеһе — иң ҡатмарлы “аппарат”. Ғалимдар әле булһа уның бөтә серҙәрен асып бөтә алмай. Хатта иң-иң “аҡыллы” машина ла, кеше кеүек, ҡыҙыҡлы китап яҙырға һәләтһеҙ, буталсыҡ енәйәтте асырға ла уның хәленән килмәй.
Баҡтиһәң, кешенең мейеһе миллиардлаған махсус нервы күҙәнәктәренән тора. Улар Ер шарындағы кешеләр һанынан да күберәк. Бәғзеләре беҙгә йырларға, икенселәре — бейергә, өсөнсөләре һүрәт төшөрөргә ярҙам итә. Шулай уҡ мейе үҙенә күрә “компьютер” ролен дә үтәй: беҙ ҡасандыр үҙләштергән белемде һаҡлай.
Мейе күҙәнәктәре даими туҡланып торорға тейеш. Унда ҡан тамырҙарының ҡуйы селтәре урынлашҡан, ҡан мейе күҙәнәктәренә кислород тарата. Бына ни өсөн тынсыу бүлмәлә баш ауырта башлай.
Кактус файҙалымы?
Ер йөҙөндә кактустың 3 000 төрө бар. Улар Рәсәйҙә лә үҫә: Әстрхан өлкәһендә хатта 19 градуслыҡ һыуыҡҡа ла бирешмәй торған опунция үҫә. Латин Америкаһында — Мексикала, Перуҙа, Чилиҙа, Аргентина һәм Боливияла — кактус ғәҙәти үҫемлек һанала. Халыҡ уны хужалыҡта киң ҡуллана.
Шулай уҡ кактустың һутлы һабаҡтары, тамыры, емеше ашарға яраҡлы, аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә, айырыуса кондитер цехтарында кактустан мармелад, кәнфит эшләйҙәр. Әлбиттә, бында һүҙ беҙҙә тәҙрә төптәрендә үҫкән гөл хаҡында бармай. Ләкин өйөндә кактус үҫтергән кеше шуны белә: яҡшы тәрбиәләһәң, ул иҫ киткес матур сәскә ата, бүлмәне йәмләп ултыра. Күптәр был үҫемлектең компьютер, телевизор кеүек юғары йышлыҡтағы техниканан ағылған зарарлы нурҙы “һүндереүен” дә белә.
Көҙгөгә — биш мең йыл
Ерҙә иң боронғо көҙгөләр бынан биш мең йыл элек үк күренә башлаған. Тәүҙә ул тигеҙ таш йәки металл рәүешендә барлыҡҡа килә.
Ә инде ХIII быуат аҙағында Венецияла беренсе көҙгөнө яһайҙар. Тәүге көҙгөләр Европаның иң шөһрәтле ғаиләләрендә генә тарала һәм бик ҡиммәт тора. Рәсәйҙә иһә тәүге быяла заводтары бары тик Петр I заманында төҙөлә башлай. Көҙгөнөң киң таралыуы ла шул осорға тура килә.