Бала сағым, үҫмер йылдарым үткән тыуған төйәгемә – Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылына – йыл һайын ҡайтып килергә тырышам. Юлдар төҙөк беҙҙә: такси булһынмы, автобусмы, елдереп кенә алып барып еткерә. Бер көн шулай техника көтөп торғанда ауылдашым Радик Баһауетдиновты осраттым. Уның менән йәнәш ултырып, Ләмәҙтамаҡҡа еткәнсе әңгәмәләшеп ҡайттыҡ. Тыныс, итәғәтле, ябай ир-уҙаман 1979 йылда тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның тарих факультетына уҡырға ингән. Ғилем туплау йылдарында йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы йәһәтенән айырылып торған. Мәҫәлән, яҡташы Флүр Дуҫмөхәмәтов менән Мәсетле студенттары ойошмаһын булдырғандар.
Радик Олег улының юғары уҡыу йортон тамамлап, шунда уҡ эш башлағанын, кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлағанын белә инем. Хәҙер ул докторантурала белем ала, докторлыҡ диссертацияһы әҙерләй икән. БДУ-ның Сибай филиалындағы тарих кафедраһында ассистент булып эшләгәндән һуң Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында хеҙмәт иткән, Өфөнөң бер нисә колледжында белем биргән. Әле Радик Олег улы – Башҡорт дәүләт университетының археология һәм этнология кафедраһы доценты, диссертация советының ғилми секретары. Докторлыҡ диссертацияһын республикабыҙҙағы билдәле шәхес, тарих фәндәре докторы, профессор Марат Ҡолшәрипов етәкселегендә яҙа.
Радик Олег улы – бер монография, 25 фәнни мәҡәлә һәм коллектив менән яҙылған ике монография авторы. Йәш ғалимдың ошондай уңыш ҡаҙаныуы – уның маҡсатлы, ныҡышмал булыуына, тарих фәнен мөкиббән яратыуына аныҡ дәлил.
Тамара СӘЙФУЛЛИНА,
“Мәрхәмәт” йәмғиәте
рәйесе урынбаҫары.