Иҫ китмәле исемдәр донъяһы... Уға ҡарап, беҙ кешенең милләтен, ҡайһы дәүерҙә йәшәүен, ғаилә статусын билдәләй алабыҙ бәғзе мәлдә. Революциянан һуң яңы заман һулышын хәтерләткән Ким, Рим, Люция, Револ, хатта Трактор, Арыш һәм башҡа исемдәрҙе хәтерләгеҙ. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Агиш ағай Ғирфановтың да тыуғас та ҡысҡыртылған исеме Арыш булыуын бик һирәктәр беләлер.
Һуңғараҡ Альбина, Альфред, Флорида, Роксана, Артур кеүек интернациональ исемдәр киң таралып китте. Исемгә ҡарап ҡына милләтте билдәләп булмай башланы.
Егерменсе быуат аҙағындағы “үҙгәртеп ҡороуҙар” милли аңдың уяныуына булышлыҡ итте: йәштәребеҙ сабыйҙарына үҙебеҙҙең матур, яңғырашлы башҡорт исемдәрен ҡушыуға күсте. Шулай итеп, Таңһылыу, Таңсулпан, Зөһрә, Арғынбай, Сыңғыҙ, Юлдаштар күбәйҙе.
Бөгөн балаға исем һайлауҙа, исем ҡушыуҙа, минеңсә, ике йүнәлеш йәшәп килә. Тәүгеһе — үҙҙәрен Йыһан кешеһе итеп тойған һәм барса милләттәргә тигеҙ ҡараған, ниндәйҙер дәрәжәлә Америка өлгөһөндә дөйөм милләт хаҡында хыялланған ата-әсәләр ҡушҡандары. Эмиль, Оксана, Радмир, Эльфрида, Вадим, Эдуард — был исемдәр бөгөн йыш осрай. Ә инде милли аңы үҫешкән, үҙҙәренең башҡортлоғон ныҡ таныған һәм быға баҫым яһаған йәштәр яңы тыуған сабыйҙарына Ынйыҡай, Айбикә, Алтынай, Таңатар һымаҡ исемдәр ҡуша.
“Йәне теләгән — йылан ите ашаған”, ти халыҡ. Балаға исем ҡушыу һәр кемдең үҙ ихтыярында. Иң мөһиме — ул исем кешегә сәләмәт, бәхетле яҙмыш килтерһен. Ә шулай ҙа беҙ бөгөн уҡыусыларыбыҙға хаҡһыҙ онотола башлаған ҡайһы берҙәрен хәтеренә төшөрмәксебеҙ.
Ир-егет исемдәре:
Айбар — батыр, ғәйрәтле.
Айбәк — ай һымаҡ мәңгелек.
Аман — иҫән-һау, имен.
Асман — күк йөҙө, һауа.
Аҫылйәр — ысын дуҫ.
Байсал — татыулыҡ.
Бейеш — бей+иш.
Бөркөт — ҡош исеме.
Буҙйегет — ыласын, ысын егет.
Бәхтейәр — бәхетле.
Ғайса — Хоҙайҙың мәрхәмәте.
Ғәйәр — көслө, батыр.
Ғәйзәм — бөйөк.
Ғәлиәскәр — бөйөк һуғышсы.
Йыһангир — йыһанды баш эйҙереүсе.
Йәдкәр — иҫтәлек.
Ҡондоҙ — ҡиммәтле тиреле һыу йәнлеге.
Оморҙаҡ — ғүмере оҙаҡ.
Ураз — бәхет, ҡот.
Ҡатын-ҡыҙ исемдәре:
Айсолтан — хакимә.
Айсын — ай һынлы.
Аҡсәскә — аҡ+сәскә.
Алтынсәс — алтын сәсле.
Гөлбиназ — гөл һымаҡ наҙлы.
Зөмәрәт — зөбәржәт.
Ҡарасәс — ҡара сәсле.
Маһитап — ай нуры.
Мәрйәм — бик һәйбәт әсә.
Сәғдиә — бәхетле.
Фәрхизә — ҡыуаныслы.
Хәтфә — бәрхәт.
Һандуғас — ҡош.
Һауа — Ева (Һауа)
Ширин — татлы.
Башҡорт ғалимәһе Таңһылыу апай Кусимова башҡорт исемдәре тарихына ҙур өлөш индереп ҡалдырҙы. Уның “Башҡорт исемдәре” китабы бөгөн ҙур һорау менән файҙалана. Сабыйына ниндәй исем һайларға белмәгәндәр әлеге йыйынтыҡҡа ла мөрәжәғәт итә ала.
Ҡыҫҡаһы, исемегеҙ күркәм, үҙегеҙ бәхетле булығыҙ!
Гөлнара ҒӘЙФУЛЛИНА.