Бала ғүмерен кем ҡыйған?26.09.2015
Өфөлә 11 йәшлек Виолетта Токарчукты үлтереүҙә ғәйепләнгән кеше ҡулға алынды. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр иттеләр.

Ауыр енәйәтте тикшереүгә полицияның бөтөн бүлексәләре лә тиерлек йәлеп ителә. Ваҡиға урыны ныҡлы тикшерелә. Заманса ҡаҙаныштар ярҙамында енәйәтсенең шәхесе асыҡлана. Ул “Үҙәк баҙар” йәмәғәт транспорты туҡталышы янында ҡулға алына.
36 йәшлек ир элегерәк көсләү өсөн суд хөкөмөнә тарттырылған булған. Әле ул Рәсәй Енәйәт кодек­сының 105-се статьяһы буйынса (баланы үл­тер­гән өсөн) ғә­йепләнә. Эште тикшереү да­уам итә.
Хәтерегеҙгә төшөрә­йек: 21 сен­тябрь та­ңында 11 йәш­лек ҡыҙ 96-сы ли­цей­ға уҡырға барғанда юғала. Дәрестәрҙән һуң әсә сабы­йының дәрескә килмәүе хаҡында белә. Ошо уҡ көндә кис мәктәптән алыҫ түгел гараждар араһында ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табыла.



Вернуться назад