Башҡорт теле — онлайн тәржемәлә26.09.2015
Күптән түгел генә Яндекс тәржемәһендә башҡорт теле лә барлыҡҡа килде. Әлегә хеҙмәт тәжрибә шарттарында ғына эшләй, шуға күрә хаталар ҙа юҡ түгел. Бының сәбәбе — башҡорт теле морфологияһының ҡатмарлы булыуында.

– Был сервисты йыш файҙаланам. Роботҡа ғына иҫәп тоторға ярамай, ҡайһы бер тәржемәләр дөрөҫ килеп сыҡмай. Ләкин телде аҙ ғына белһәң дә, дөйөм мәғәнәне аңларға була. Яндекс тәржемәһенә башҡорт теленең дә индерелеүенә бик ҡыуандым. Был ҡатмарлы эш менән шөғөлләнгән кеше­ләргә ярҙам итергә, хеҙмәтте камиллаш­ты­рырға кәрәк, — тигән фекерҙә “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева.
“Юлдаш” радиоһы журналисы Зөһрә Ар­саеваның фекеренсә, башҡорт телен тәр­жемәләр исемлегенә индереп, бөтөн донъяға күрһәтерҙән алда эште тейешле кимәлгә еткереү шарт.
Әле был тәржемә хеҙмәте йәмғеһе 64 тел менән эшләй.




Вернуться назад