Нисә сабый үҫтерергә теләйһең?26.09.2015
Билдәле булыуынса, 1 октябрҙән 31-енә ҡәҙәр Рәсәй халҡы иҫәбен алыу үткәрелә. Был 2020 йылғы Бөтә Рәсәй сараһына әҙерлек этабы буласаҡ һәм 1,4 миллион кешене солғап аласаҡ. “Башинформ” агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында “Башҡортостанстат” етәксеһе Әкрәм Ғәниев уның әһәмиәте, үҙенсәлеге хаҡында һөйләне.

– Әлбиттә, сара барышында граждандар­ҙың енесе, йәше, ғаилә хәле, белеме, йорт хужа­лы­ғындағы мөлкәте, килем сығанағы, миллә­те хаҡында белешмә алынасаҡ. Шулай уҡ халыҡтың нисә бала үҫтерергә теләүе, сәлә­мәтлеге хаҡында ла һорауҙар буласаҡ, – тине Әкрәм Ғәниев.
Был юлы исемлеккә Рәсәй гражданлығын алыу тарихы, нисә тел белеү, уларҙы тор­мош­та файҙаланыу тураһында ла һорау өҫтәлгән.
Социаль-демографик мәғлүмәттәр, иҫәп алыу һөҙөмтәләре ил Хөкүмәте, башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары өсөн мөһим. Улар 2025 йылға ҡәҙәр Рәсәй Федерацияһының демография сәйәсәте кон­цепцияһындағы пландарҙы тормошҡа ашы­рыуҙа файҙаланыласаҡ.



Вернуться назад