Өфөлә кисә Бөтә Рәсәй фән фестивале башланды. Ул иртәгәгә ҡәҙәр дауам итәсәк. Сара республиканың 20-нән ашыу майҙансығында киң йәйелдерелде. Фестивалде асыу тантанаһында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.– Бындай сара һәр кемебеҙ өсөн ифрат мөһим, – тине сығышында Рөстәм Зәки улы. – Ул фәнде үҫтереү йәһәтенән башҡарған эштәребеҙгә, ҡаҙанған уңыштарыбыҙға байҡау яһау, көсөбөҙҙө самалау, алға яңы маҡсаттар ҡуйыу мөмкинлеген бирә. Был бурыстар, әлбиттә, тәү сиратта йәштәргә ҡағыла.
Йыйындың төп маҡсаты – йәмғиәткә ғалимдарҙың ни менән шөғөлләнеүе, фән үҫешенең тормош шарттарын яҡшыртыуға индергән өлөшө тураһында һөйләү. Мәғлүм булыуынса, бындай фестиваль тәү тапҡыр 2006 йылда М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында ойошторолдо, унан Рәсәй кимәлендә уҙғарыла башланы. Волга буйы федераль округы буйынса быйылғы сараны уҙғарыу майҙансығы тип Өфө ҡалаһы һайланды.
(Сараға бәйле тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзиттең киләһе һанында танышырһығыҙ).