Уртаҡ хәстәрҙәр бар26.09.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Ҡырғыҙстан Республикаһына рәсми сәфәре тамамланды.

Төбәк Башлығы Бешкәктә “Евразия иҡтисади союзы. Төбәк-ара хеҙмәттәшлектең мөмкинлектәре” IV Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһында ҡатнашып, респуб­лика­быҙҙың иҡтисади, инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Төбәк етәксеһе, Баш­ҡортостан — Рәсәйҙең төп индустриаль, фән­ни-белем биреү һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе, шуға күрә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек йүнәлешендә, Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, әле рәсми һәм эшҡыуарлыҡ делегациялары менән әүҙем алмашыу бара. Һөҙөмтәлә тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса импорт күләме былтырғы күрһәткестәрҙән юғарыраҡ булған.
Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһын­дағы бәйләнештәрҙең мөһим юҫығы — мә­ҙә­ниәт, туризм, мәғариф һәм фән. Рес­публика Башлығы билдәләүенсә, оҙаҡ йылдар дауамында Башҡортостан йөкмәткеле мәҙәни проекттарҙы тормошҡа ашыра, халыҡ-ара музыка, театр, йыр фестивалдәре ойоштора, уларҙа Ҡырғыҙстан коллективтары ла ҡатнаша.




Вернуться назад