Рухи сафлыҡ байрамы26.09.2015
Рухи сафлыҡ байрамы Кесе йомала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге “Ләлә-Тюльпан” мәсетендә булды. Был көндә барлыҡ мәсеттәрҙәге кеүек унда ла Ҡорбан байрамына арналған тантана уҙғарылды.

Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, йәмәғәт намаҙында ҡатнашты, дин әһелдәре менән аралашты. Рәсәй мосолманда­рының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән әңгәмәлә республикалағы конфессия-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Был көндә Рөстәм Хәмитов “Ихлас” мәсе­тен­дә Башҡортостан мосолмандарының Ди­ниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғ­мәтуллин менән дә осрашты. Мәсеттә ул Иран ҡулланма сәнғәте һәм каллиграфияһы күргәҙмәһен ҡарап сыҡты.
Рухи сафлыҡ байрамыРөстәм Хәмитов байрам айҡанлы республика мосолмандарына тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе:
“Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле мосолмандар! Ысын күңелдән һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ҡотлайым! Күңелдәр бөгөн саф, асыҡ, нурлы. Халыҡ мәсеткә байрам намаҙына йыйылды.
Был изге байрамды һәр мосолман һағынып көтөп ала. Уны беҙ доға уҡып, яҡты теләк­тәр, яҡшы эштәр менән ҡаршы алабыҙ.
Көндәр имен-аман торһон, тыуған еребеҙ сәскә атһын. Халыҡтар дуҫ-татыу йәшә­һен. Балалар бәхетле булып үҫһен. Яҡындарыбыҙ иҫән булһын! Һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем һеҙгә!
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!”




Вернуться назад