Алдығыҙмы әле?25.02.2012
Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе февраль айына пенсия һәм түләүҙәрҙе финанслауҙы тулы күләмдә башҡарып сыҡты.
Республикабыҙҙа йәшәүсе 1 миллион 73 мең пенсионер, федераль льготаға эйә булыусы 381 мең һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алыусы 117 мең хаҡлы ялдағы кеше Пенсия фонды иҫәбенән түләүҙәрҙе ваҡытында аласаҡ.
1 февралдән республикабыҙҙағы 1 миллион пенсионерҙың хеҙмәт пенсияһы 7 процентҡа индексацияланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Һөҙөмтәлә Башҡортостанда хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 8560 һумға етте, ә ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме — 8900 һум. Пенсияға һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә сығымдар былтырғынан 700 миллион һумға артығыраҡ тәшкил итте.
Рәсәй Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, хәҙер пенсия алыусыларҙың 60 проценттан ашыуы — почта элемтәһе, 38 проценттан күберәге — кредит учреждениелары, ә 0,4 проценты башҡа төрлө ойошмалар аша хеҙмәтләндерелә. Пенсия алыу тәртибен өлкәндәр үҙҙәре һайлай һәм үҙгәртә ала.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.


Вернуться назад