Һағышлы сәләм26.09.2015
Һағышлы сәләм Быйыл редакция почтаһына килгән хаттарҙың күбеһен Бөйөк Ватан һуғышы ауазы берләштерә. Был аңлашыла. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы күптәребеҙҙең күңел кисерештәрен яңыртты, үткәндәргә алып ҡайтты, тағы бер тапҡыр атай-олатайҙар иҫтәлеген барларға форсат бирҙе. Иң мөһиме — ниндәй генә сәләмде уҡыһаҡ та, ул һөйөү, ғорурлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта һағыш менән һуғарылған. Гәзит уҡыусыларыбыҙ бәйән иткән хәл-ваҡиғалар, яҡындарының яҙмышы, һуғыш йылдарында һәм унан һуңғы осорҙа кисерелгән ауырлыҡтар хаҡында том-том китап яҙырлыҡ. Шуныһы һөйөндөрә: дуҫтарыбыҙ үткәндәргә битараф түгел — ата-бабаларының иҫтәлектәрен ҡәҙерләп һаҡлай, улар хаҡындағы хәтирәләрҙе онотмай.


Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында йәшәгән авторыбыҙ Миңзәлә Күсәрбаеваның хатына күҙ һалайыҡ. Автор үҙенең әсәһе, тыл һәм хеҙмәт ветераны Фәүзиә Баһманованың тормош юлы хаҡында бәйән итә. “Үтә лә ауыр була һуғыш йылдары... Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем ауыл халҡы ялан-баҫыу эшенә егелә. Закон ҡаты, урлашыуға юл ҡуйылмай, бер ус бойҙай өсөн дә язаға тарттыралар. Берҙән-бер көн уполномоченный килеп тентенә башлай.
Һағышлы сәләм— Бына был ҡыҙ башына иген урлап бәйләгән, — тип әсәйемдең яулығын тартып ала.
Әсәйемдең ҡалын сәс толомдары тулҡынланып, балтырына тиклем килеп төшә. Теге ир ҡыҙарынып-бүртенеп, өндәшмәй генә боролоп китә.
1943 йылдың март айында олатайымдың “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хәбәре килә. Шул йылда халыҡ аслыҡтан интегә. Шытҡан башаҡ ашап, ағыуланып үлгәндәр күбәйә. Урамда эт-бесәй ҡалмай...
Һалымыңды түләмәгәнһең, тип әсәйемдәрҙең һыйырын етәкләп алып сығып китәләр. Балаларын аҡһыҙ итмәҫ өсөн өләсәйем тамаҡ хаҡына кешегә балаҫ һуға, һеңлеләре менән шәл бәйләп һата, урыҫтарҙың ерен ҡаҙа, картуфын сәсешә. Шулай осто-осҡа ялғап булһа ла Еңеү көнөн көтөп алалар, ҡайғы-хәсрәтте бергә күтәрәләр...”
Хат юлдарын тыныс ҡына уҡыуы мөмкин түгел. Тетрәндергес, ауыр йылдар... Әйткәндәй, Миңзәлә ханым олатаһы менән атаһы хаҡында ла иҫтәлектәре менән ихлас уртаҡлаша. Олатаһы Әхмәт Әмирханов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында взвод командиры булған, ә атаһы Искәндәр Баһманов 4-се Украина фронтының 25-се уҡсылар полкы сос­тавында хеҙмәт иткән. Львов, Чехословакия ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнашҡан. Еңеүҙе Прагала ҡаршы алған. “Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар һаман йөрәкте һыҡрата. Оло быуын кисергәнде беҙгә күрергә яҙмаһын. Тормошобоҙ тыныс булһын, бер ҡасан да һуғыш уты тоҡанмаһын”, — тип тамамлай хатын автор.
“Архивымды аҡтарып ултырғанда бер фото иғтибарҙы йәлеп итте. Күптән эшләнгән ул. Күсермәһен һеҙгә лә ебәрәм”, — тип башлана киләһе хат юлдары. Уны беҙгә Күгәрсен районының Юлдыбай ауылынан Миңнәхмәт ағай Алламоратов яҙып ебәргән. Автор билдәләүенсә, фото 1951 йылдың 30 сентябрендә төшөрөлгән. “Хәтерем яңылышмаһа, артҡы планда (һулдан уңға): Бишбүләк районынан Миҙхәт Харисов, Рәмзиә Шәрипова, Стәрлебаш районы ҡыҙы Зәкиә Рәхмәтуллина, Яңауыл районынан Роза Зәйҙуллина. Алғы рәттә: Ҡалтасынан Тәҡлимә Нәжмиева, Күгәрсен районы егете Фәтих Хөснуллин, Дыуан районынан Ҡәҙербикә Әхмәҙиева. Бәлки, уларҙың туғандары танып, миңә хәл-әхүәлдәрен хәбәр итер”, — тип яҙа ул. Әйткәндәй, фотоһүрәттәге Күгәрсен районы егете Фәтих Хөснуллин Миңнәхмәт ағайҙың ике туған ағаһы икән. Һуғыштан ҡайтҡас, уны клуб мөдире һәм китапханасы итеп тәғәйенләйҙәр. “Фото китапханасылар курсында уҡыған йылдарында эшләнгән булһа кәрәк”, — тигән автор. Кем белә, бәлки, гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында яҡындарын таныусылар булыр. Миңнәхмәт ағай һеҙҙән хәбәр көтөп ҡала.
Ошо урында гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Башҡортостандың атҡаҙанған геологы Басир Мәһәҙиевтең дә иҫтәлеген тәҡдим итмәксебеҙ. Үҙе иҫән саҡта ағайыбыҙ редакцияға юлды һыуытманы, әле был, әле теге мәсьәләгә ҡағылышлы фекерҙәрен яҙып торҙо. Әлеге яҙманы беҙгә Басир ағайҙың ҡатыны Сәүиә апай тәҡдим итте. Ҙур рәхмәт уға.
“Бынан күп йылдар элек, Мәскәүҙәге Төҫлө металдар һәм алтын институтына инеп уҡый башлағас, Андрей Халезов менән Игорь Власов исемле курс­таштарым минең Башҡортос­тандан икәнемде белеп ҡалып, Өфө менән ҡыҙыҡһына башланы. Баҡтиһәң, уларҙың икеһенең дә ата-әсәһе СССР-ҙың Элемтә халыҡ комиссариатында эшләгән, 1941 йылда, һуғыш башланғас, ғаиләләре менән Өфөгә эвакуацияланған булған икән. Егеттәр менән аралашып йәшәнек. Игорь Власов менән 1984 йылда Көньяҡ Уралға ҡағылышлы китап та әҙерләп сығарырға насип булды. Минең генә түгел, дуҫтың да Урал яҡтарына булған йөрәк йылыһын һаҡлай был ижад емеше. Ҡоро ғилми терминдарҙан ғына торһа ла, Игорь өсөн беҙҙең яҡтар — үҙен һәм әсәһен, һеңлеһен фашист бомбаларынан ҡотҡарып алып ҡалған изге урын ул.
Ватан һуғышы башланғас, республикабыҙҙың һәр бер ҡалаһына, районына илебеҙҙең көнбайыш тарафтарынан меңәрләгән кеше килеп һыйына, беҙҙең халыҡ, үҙе үлемесле хәлгә яҡынлаһа ла, ҡасып килеүселәрҙе туғандарса ҡабул итә, һуңғы ризығы менән бүлешә. Эвакуацияланған балаларҙың күбеһе бөгөн дә иҫән әле, ундайҙар, күреп-белеүемсә, Баш­ҡортостанды бер ҙә онота алмай, республика халҡына мәңге рәхмәтле булып ҡала”.
Архангел районының Убалар ауылынан педагогия хеҙмәте ветераны Әлмира Юламанова ла атаһы Сәйетмырҙа Ғәлин хаҡында йылы иҫтәлектәр яҙып ебәргән. “Атайымды әсәйебеҙ фронтҡа өс бала менән оҙатып ҡала. Ҡайҙа ғына булмай ул. Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша, Украина фронтында алыша, Днепр өсөн ҡаты һуғышта була. “Һыуға ла баттым, мәйеттәр араһында ла яттым, ямғыр­ҙай яуған пулялар аҫтынан да үттем... Ғүмерем бөтмәгәндер инде. Нимәләр генә күрергә тура килмәне. Шулай ҙа бирешмәнек, Еңеүгә ышанысыбыҙ көслө булды”, — ти торғайны атайыбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны һуғыштан әсәйем менән оло ағайым ғына ҡаршы ала. Уның ҡайтҡанын әле булһа тетрәнеп һөйләйҙәр.
— Нурия ҡыҙым менән Әмир улым ҡайҙа? — тип һорай ул йортҡа инеү менән.
Баштар түбән эйелә. Шатлыҡ йәштәренә ҡушылып, ҡайғы йәштәре тәгәрәй.
— Балаларымды юғалтыр өсөн йөрөнөммө ни мин ут эсендә? — тип һулҡылдай-һулҡылдай оло улының арҡаһынан тупылдатып һөйә ул...
Ололар һөйләүенсә, Әмир ағайым атайымды шул тиклем һағынған булған. Урам буйынан үтеп барған берәй бабай осраһа:
— Атайым ҡасан ҡайта икән? Уны күрмәнегеҙме? — тип ялбарып һораған.
— Атайың тиҙҙән ҡайтып етер, улым, — тип йыуаталар икән.
— Улай булғас, атайым ҡайтҡансы мине бер яратып китегеҙсе әле, — тип арҡаһынан һөйҙөрөп ҡала торған булған. Шул тиклем һағыныуға түҙә алмаған бала йөрәге...
Атайым менән әсәйем һуғыштан һуң һигеҙ балаға ғүмер бүләк итте. Тик тыныс тормошта ғына оҙаҡ йәшәргә насип булманы, һуғыш яралары ҡәҙерлебеҙҙе арабыҙҙан бик иртә алып китте”, — тип тамамлай хатын Әлмира апай.
Әлшәй районының Мәндән ауылынан Мәрйәм Ғәниеваның да яҙмаһын тыныс ҡына уҡыуы ҡыйын. “Өләсәйемдең алты улы ла һуғышҡа алынып, алтыһы ла Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалды”, — тип яҙа автор. Мөхәмәтдин, Ғәйнетдин, Зәйнетдин, Сәйфетдин, Яхъя һәм Шакир Ҡылысбаевтар... Тыныслыҡ өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Хаттарҙы Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
уҡыны.


Вернуться назад