Тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеүсе23.09.2015
Тарихи хәҡиҡәтте тергеҙеүсе 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы, данлы үткәнен айырыуса ентекле өйрәнгән журналистарҙың береһе Борис Малородовтың исеме тарих менән ҡыҙыҡһынғандарға күптән таныш. Ошо легендар ғәскәрҙең ойошторолоуына 70 йыл тулыу уңайынан урыҫ телендә “Еңелеү белмәҫ легендар 112-се...” тигән китап та сығарҙы ул. Башҡорт атлыларының яу юлы хаҡында киң мәғлүмәт, Украиналағы өлкән быуын кешеләренең уларға ҡарата әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре, фотоһүрәттәр урын алған ҙур хеҙмәт хуплауға лайыҡ. Бынан тыш, Борис Яковлевич атаҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тормош юлын, хәрби батырлыҡтарын өйрәнеүгә лә күп көс һала һәм эҙләнеү һөҙөмтәләре менән “Башҡортостан” гәзитендә йыш сығыш яһай.
– Үҙебеҙҙең ғаилә тарихы менән ҡыҙыҡһынып, архивтарҙа соҡсонғанда 112-се дивизия тарихына йыш юлыҡтым, – тип һөйләй даими авторыбыҙ, әлеге темаға тотоноуының сәбәбен аңлатып. – Курск өлкәһе халҡы башҡорт дивизияһы яугирҙәренә әле булһа рәхмәтле. Йәш саҡта, әлбиттә, тарих биттәрен барларға әллә ни ваҡыт та булманы: хәрби кешене яҙмыш елдәре ҡайҙа ғына илтмәй! Шулай итеп, Өфөгә килеп төпләндем. Ҡырыҫ ҡыштары, эҫе йәйҙәре, алсаҡ кешеләре менән әсир итте мине Башҡортостан. 2000 йылдан алып бала саҡтан ҡыҙыҡһындырған 112-се дивизия, уның яугирҙәре менән яҡын­да­ныраҡ танышыу, үткәндәрҙе бөтөн нескәлегендә өйрәнеү бәхете тейҙе. Архивтарҙа эшләй башланым. Курск, Липецк өлкәләрендә, Подольск ҡалаһында мәғлүмәт тупланым.
Борис Малородов матбуғаттағы мәҡәләләрендә Тербуны янындағы һуғышты йыш телгә ала. Уныңса, был алыш мәлендә башҡорт атлылары мөмкин булмағанды тормошҡа ашырған. 112-се дивизияла сетерекле мәсьәләләр тыуып тора, уларҙы хәл итеүҙә комдив М. Шаймо­ратовҡа ла, дивизия етәкселегендәге офицерҙарға ла ҡатнашырға тура килә. 1942 йылдың авгусында фронттың әлеге участкаһында хәл тотороҡлана. Корпус командованиеһы һәм кавалерия дивизияһының айырыуса ҙур ҡаһарман­лыҡ күрһәткән офицерҙары дәүләт награ­да­ла- рына тәҡдим ителә. Улар араһында комдив Шайморатов менән хәрби комиссар Нәзиров та була. 1942 йылдың 12 авгусында 8-се кавалерия корпусы командиры полковник Лунев уларҙы Ленин ордены менән бүләкләүгә тәҡдим итә. Тик, ни өсөндөр, Нәзиров Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә, ә Шайморатовҡа Ҡыҙыл Йондоҙ ордены эләгә. Еңеүҙең яҙмышын хәл иткән Сталинград һуғышында запас­тан саҡырылған комиссар, политхеҙмәткәр данлы офи- цер­ға ҡарағанда ҙурыраҡ ҡа­һар­манлыҡ күрһәттеме икән?!
– Был – бик ҙур ғәҙелһеҙ­лек, – ти Борис Яковлевич. – Шайморатовҡа ҡаршы ҡорол­ған мәкерле эште йәшереү өсөн был награданы юллауҙы күрәләтә оҙаҡҡа һуҙалар. Миң­леғәле Минһаж улына уны кү­реү насип булмай. Бүләкләү тураһындағы Указға 1943 йыл­дың 14 февралендә ҡул ҡу­йыла, ә ул ошо уҡ йылдың 23 февралендә Украина ерен­дә батырҙарса һәләк була.
Авторҙың раҫлауынса, Сталинград һәм Рос­тов өлкәләрендә, Украинала үткән рейдтар, ҡанлы алыштар барышында Шайморатов күрһәткән ҡаһарманлыҡтар бер генә награда менән дә билдәләнмәй. Ә бит дивизияға “гвардия” исеме тап уның тырышлығы һөҙөмтәһендә бирелә!
Архивтар Бөйөк Ватан һуғышындағы хәҡиҡәт хаҡында әле булһа байтаҡ сер һаҡлай. Борис Малородов шуларҙы асыу, яугирҙәрҙең ысын батырлыҡтары хаҡында белеп, исемдәрен ха­лыҡҡа ҡайтарыу маҡсатында туҡтауһыҙ эҙләнә. “Генерал Шайморатовтың биографияһы менән ныҡлап шөғөлләнгән тарихсылар юҡ, – тип әсенеп әйтеп ҡуя ул ҡайһы саҡта. –
Мә­ҫә­лән, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендәге батыр­лыҡтары өйрәнелгән-өйрәнелеүен, әммә Ҡытай­ҙа хеҙмәт итеүе тураһында — ләм-мим”.
Тынғыһыҙ журналист һәм публицистың хеҙмәттәрен матбуғат баҫмаларын уҡыусылар хуплап, рәхмәт тойғоһо аша ҡабул итә, унан тағы ла асыштар, яңылыҡтар көтөп ҡала. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнгән, тантаналы рәүештә генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылған йылда Борис Малородовтың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын өйрәнеүгә индергән тос өлөшө лайыҡлы баһаланһын ине.


Вернуться назад