Иманы ныҡлы аҙашмаҫ23.09.2015
— Ҡыҙымдың Цвигун сектаһына эләккәнен, ҡайҙалыр Украинала үҙе кеүектәр менән алйып йөрөгәнен белгәс, башҡа бер нисә атай-әсәй менән Киевҡа юл тоттоҡ, — тип хәтерләй Рита ханым (исемен үҙгәртеүҙе үтенде). — Өфөнөң ул саҡтағы хакимиәте башлығы Зайцев беҙгә ныҡ ярҙам итте, рәхмәт уға. Егермеләп егет һәм ҡыҙҙы кире ҡайтарып алдыҡ. Улар әҙәм күргеһеҙ булып ябыҡҡан, бер нисәүһе үҙаллы атлап та йөрөй алмай. Бәхеткә күрә, мин дә ҡыҙымды эҙләп таптым, һуңынан бик оҙаҡ уның сәләмәтлеген нығытыу өсөн көрәшергә тура килде. Ләкин ғәрип булып ҡалғандар ҙа бар, бер нисә кеше психиатрия дауаханаһына ятты...
Сектаға килеп эләккән кеше, ғәҙәттә, ғүмергә рухи ғәрип булып ҡала. Ул йә элекке ҡырын һуҡмаҡтан сыға алмай, йә бүтән сектаға күсә, йә булмаһа аҡылдан яҙа, үҙ-үҙенә ҡул һала... Хәйер, секта йоғонтоһона бирелеү үҙе генә лә аҡылдан шашыуҙы аңлатмаймы ни?!
“Виссарионсылар”ға эләккән берәүҙе беләм. Үҙен алла тип танытҡан рәссам Виссарион (ул Краснодар яғынан) теософия, оккультизм, мәжүсилек, насраниҙар (христиандар) тәғлимәтенән аҙ-аҙлап йыйып, айырым бер “мәктәп” булдыра, әле күптән түгел генә модала булған “Роза мира” (Данил Андреев) китабы идеяларына таянып, шәйхелфаный-сектанттар йәмғиәте төҙөй. Мин белгән “виссарионсы”, үҙен әленән-әле таҙарта торғас, күтәртер хәлгә етеп, дауаханаға барып эләкте. Әгәр эргәһендә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған туғандары булмаһа, ни менән барып бөтөр ине — билдәһеҙ. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был йәмғиәттә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп.
“Бөтә донъя гонаһҡа, әшәкелеккә батҡан, уны үҙгәртеү мөмкин түгел, иң мөһиме — үҙеңә саф булырға кәрәк”, — ти Бхагван Шри Ранджниш (Һиндостан университетында философия уҡытҡан кеше). Байҙар гуруһы Бхагван АҠШ-тың Орегон штатында үҙ аэродромы, ҡунаҡханаһы, наркотиктар етештергән лабораторияһы булған дини ҡаласыҡ төҙөгән. Кешеләр ышанысын оҫта файҙаланып, ул ай һайын ҡул аҫтындағыларҙан ғына 250 — 300 мең доллар иғәнә йыя. Ә йәштәрҙе гуру наркотиктар ярҙамында “сафландырмаҡсы”.
Ғауғалы “Аум Сенрике” сектаһын кем генә белмәй икән! Японияла, шулай уҡ беҙҙең илдә әллә күпме теракт яһаған, меңәрләгән кешенең ғүмерен өҙгән ойошма башлыҡтары, ысын булһа, язаһын алды шикелле. Ә бына мин белгән Йәмил менән Фәнилдең яҙмышы ғүмерлеккә кирегә китте. Улар — игеҙәктәр. Мәктәптә һәйбәт уҡынылар, ҡыҙыҡһыныусан, аҡыллы булып үҫтеләр, һөнәр алдылар. Ғаилә бик хәлле ине. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҙур өйҙәрен күп ҡатлы йорт төҙөүгә урын бушатыу өсөн емергәс, ата-әсәгә айырым, ә игеҙәктәргә, әле өйләнмәгән булһалар ҙа, һәр ҡайһыһына берәр бүлмәле фатир бирҙеләр.
Ата-әсә улдары йәшәгән торлаҡҡа өр-яңы кәрәк-яраҡ алды. Ә егеттәр ниңәлер ҡыҙҙар менән танышырға ла, өйләнергә лә ашыҡманы. Ит-май ашауҙан тыйылдылар, яҡындарына ҡарата һалҡын мөнәсәбәткә күстеләр. “Ярай инде, күңелдәренә шулай ярағас, иң мөһиме — эсмәйҙәр, тартмайҙар, ана, башҡалар тәртип боҙоп та йөрөй бит әле”, — тип ата-әсә бер-береһен йыуатты. Тәүҙә телевизор, һыуытҡыс кеүек эрерәк әйберҙәр юҡҡа сыҡты. Әсәй менән атай кеше тәрән ризаһыҙлыҡ белдереп, бының сәбәбенә төшөнөргә маташҡас, уларға улдары эргәһенә юл ябылды: ишекте асмай башланылар.
Шулай бер йыл үтеп китте. Һыуыҡ ҡышҡы көндәрҙең береһендә Йәмил менән Фәнил ата-әсә фатирын шаҡыны: барыр урындары юҡ ине. Фатирҙарын һатып, ерҙә ғәҙеллек һәм игелек өсөн “көрәшеүсе” “Аум Сенрике” сектаһы файҙаһына тотоноп та ҡуйғандар... Хәҙер ике инфаркт үткәргән Зарифа апай менән йылдан-йыл ҡарыуҙан ҡала барған Вәлләм ағай 50 йәшкә етеп килгән улдарын пенсия аҡсаһына аҫрай. Ә егеттәр икеһе ике мөйөшкә ҡарап үҙ “аллаларына” табыныуҙарын дауам итә. Кемдер һаман улар менән идара итеүен ҡуймай — ҡарттарҙың ике бүлмәле фатиры бар бит әле!
“Башҡортостан” гәзитендә эшләп йөрөгәндә, беҙҙең сәйәсәт бүлегенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр күп була торғайны. Бөтөнләй ярҙам итә алмаған осраҡтар ҙа аҙ булманы. Улар күңелдә үкенес тойғоһо, ғәйеп хисе ҡалдырҙы. Йыш ҡына редакцияға өмөт-ышаныс менән килеп тә, ярҙамдан мәхрүм ҡалған кешеләрҙе хәтерләйем. Шуларҙың береһе Таисия Максимовна ине. “Ни өсөн башҡорт телендә сыҡҡан гәзиткә килдегеҙ һуң?” тип һорағас, ул: “Бөтә редакцияларға йөрөп сыҡтым бит инде, мине иҫәрләнгән тип уйлайҙар. Һуңғы өмөтөм һеҙҙә”, — тине.
Ә тарих былай. Мәҙәниәтле, татыу ғаиләнән Таисия Максимовнаның бер туған ҡустыһы Сергей осоусы һөнәрен һайлай. Халыҡ-ара рейстарға сыға. Үҙе менән бергә эшләгән сибәр стюардесса Ларисаға өйләнә. Йәш ғаиләлә етди ҡытыршылыҡтар башланыуын ҡапыл ғына һиҙмәйҙәр.
Сираттағы рейстан һуң Сергей апаһына асыла. Баҡтиһәң, килендәре ниндәйҙер алама компанияға эләккән икән, хәҙер Сергейҙы ла шунда өҫтөрәй. Ғауға гел ошо нигеҙҙә тыуа. Ларисаның ҡыҫҡа ял ваҡыттарында йыйындарҙа юғалыуын, һуңынан үҙен бик сәйер тотоуын һөйләп бирә Сергей. Телефон аша үҙенә кемдеңдер янауын да әйтә. Ахырҙа ул Ларисаны ташларға мәжбүр була. Һәм... бер аҙнанан юҡҡа сыға.
— Мин хәҙер беләм: Сережаны үлтергәндәр. Шул көндән башлап ике йыл һайын ғаиләнән берәр кеше юғалды. Күпме туғандар араһынан бер үҙем ҡалдым. Хәҙер миңә сират... Зинһар, ярҙам итегеҙ, — тип ялбарҙы Таисия Максимовна.
— Ә ни өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итмәйһегеҙ һуң? — тип аптырап һораныҡ.
— Берәү ҙә мине тыңларға теләмәй. Кеше юғалыуы хаҡында эш ҡуҙғатыла ла ябыла: таба алмайҙар. Минең “секта” тип ауыҙ асыуым була, шунда уҡ улар өсөн иҫәргә “әйләнәм”.
Таисия Максимовна беҙгә ҡалын төргәккә тупланған ҡағыҙҙар, документтар тапшырҙы.
— Мине барыбер үлтерерҙәр инде, һеҙ ошо ҡағыҙҙар менән танышып, ғәйеплеләрҙе табырға тырышығыҙ, зинһар, улар яза алырға тейеш, — тине.
Күпме ваҡыт үткәндер — әйтә алмайым, әммә беҙ, бер бүлектә эшләгән өс хеҙмәткәр, әлеге ҡағыҙҙарҙы тапманыҡ, улар бүлмә шкафынан юҡҡа сыҡты. Бөгөн булһын ғәжәп итәм, ул документтар кемгә кәрәк булды, ҡайҙа юғалды икән? Таисия Максимовна иҫәнме бөгөн, әллә... Был ваҡиғаға туғыҙ йыл үтте, ләкин күңелдәге төйөр яҙылмай.
Беҙ шуны хәтерҙә тоторға тейешбеҙ: бер генә секта ла изге уй, изге ниәт менән ойошторолмай. Уларҙың тәүмаҡсаты — илде эстән тарҡатыу, халыҡ араһында ығы-зығы, тормошҡа ҡарата нәфрәт тыуҙырыу, кешеләрҙе йәшәүҙән ваз кистереү, йәш быуынды ғаиләһенән, уҡыуҙан, эштән айырып, рухын һындырыу, юҡҡа сығарыу. Әлбиттә, секта башындағылар (гуру, адент, пәйғәмбәр, мөғәллим һ.б.) кеҫә ҡалынайтыу, секта ағзалары (дөрөҫөрәге, уның ғаиләһе) иҫәбенә йәшәү, байығыу маҡсатын да онотмай.
Яҙыусы-фантаст, рәссам, ғалим, фәйләсүф Лафайет Рон Хаббард, мәҫәлән, саентологтар сектаһы ойоштороп, миллиардлаған долларға эйә булған әҙәм. Ул үҙе — билдәле сатанист А. Кроулиҙың тоғро уҡыусыһы. Оҙаҡ йылдар иблис идеяһын әүҙем бойомға ашырып, үҙен “антихрист” тип атаған Хаббардты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле булһа рәсми сығанаҡтарҙа, ҡайһы бер матбуғат биттәрендә гуманист тиергә маташалар. Быныһы инде кешелек донъяһынан асыҡтан-асыҡ көлөү. Байығыу өсөн яңы дин уйлап табырға кәрәк, тигән фекерҙе тап шул Хаббард үҙе беренсе башлап әйткән дә инде. Башҡортостанда һаман да эшләгән “Дианетика” ойошмаһы әлеге “Саентология сиркәүе” сектаһына ҡарай.
Яңынан-яңы секталар барлыҡҡа килеүе хәүефләндерә. Һуңғы йылдарҙа ғына “Арҡайым”, “Сафлыҡ”, “Вудуизм”, “Индеанизм”, “Радастея”, “Йәш журналистар лигаһы” (“Лига начинающих журналистов”), тағы әллә күпме секта-ойошмалар барлыҡҡа килгән. “Йәш журналистар лигаһы”н ғына алайыҡ. Исеме шәп, шулай бит? Балаларҙы, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн бик тә ылыҡтырғыс атама. Дәрестәрен дә бит улар мәктәптәрҙә, балалар ижады йорттарында уҙғара. Йәнәһе, оло тәрбиәүи эш алып баралар. Асылда секта балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең аңына, йәшәүгә, тормошҡа ҡарата оятһыҙ, хаяһыҙ мөнәсәбәт һеңдерә, үлемгә, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға ынтылыш тәрбиәләй, бүтәндәр менән аралашыуҙа садизм һәм садомазохизм тенденцияларын үҫтерә. Секта ағзаларына (йәғни лигаға ингән балаларға) бөтә әхлаҡи ҡанундарҙы боҙорға, ата-әсәнән баш тартырға, аҙғынлыҡ юлына баҫырға рөхсәт ителә, сөнки улар — иң юғары каста, имеш. Лигала әҙәпһеҙ көләмәстәр һөйләү, һүгенеү хуплана. Бына ошо рәүешле секта башлыҡтары буласаҡ “журналистар”ҙы әҙерләй.
Ислам дине нигеҙендә күбәйгән секталар борсоуға һала. Көн дә тиерлек радио һәм телевидение аша әле унда, әле бында яһалған теракттар, уларҙа йөҙәрләгән кешенең һәләк булыуы хаҡында ишетәһең дә ҡот оса: ҡайҙа бара кешелек донъяһы?! Алла исеменән шундай йыртҡыслыҡ ҡылған бәндәләр асылда Хоҙайға инанамы, иманлымы һуң улар?! Башҡалар ғүмеренә берәүҙең дә ҡул һалырға хаҡы юҡ, ғүмерҙе әҙәм балаһына Хоҙай биргән һәм Уның ғына алырға хаҡы бар — дин шулай өйрәтә. Ислам дәүләттәрендә барған ҡан ҡойош, донъяның төрлө төбәктәрендә яһалған теракттар — былар кеше аңына Аллаһ түгел, ә иблистең хакимлыҡ итеүен аңлатмаймы?! Төптәнерәк уйлап ҡараһаң, бөгөн донъя хакимлығы өсөн аяуһыҙ һуғыш бара. Үҙ маҡсаттарына ирешеү өсөн диндар битлеге кейгән иблис тоҡомлолар бер ниндәй әшәкелектән дә баш тартмай. Уларҙың бөҙрә һүҙҙәренә алданған, күңел бушлығын нимә менән тултырырға белмәй, бөгөнгө заман ҡытыршылыҡтары, иҡтисади, сәйәси һәм әхлаҡи көрсөк алдында юғалып ҡалған йәштәребеҙ, ҡулдарына ҡорал алып, үҙе ишеләрҙе үлтерергә сыға. Оло, бер нисек тә ярлыҡанмай торған гонаһ ҡылыуҙарын әле улар үҙҙәре лә аңламай.
Выждан азатлығы... Был төшөнсәне беҙ дөрөҫ аңлайбыҙмы икән? Эйе, һәр кемдең Аллаға ышанырға йә ышанмаҫҡа, ышанһа — ҡайһы динде һайларға, нисегерәк табынырға хоҡуғы бар. Ләкин әҙәм аңын томалаған, уның рухын һындырған, йәнен һәм тәнен ғәрипләгән, үлемгә һәм үлтереүгә этәргән секталарҙың бында ни ҡыҫылышы бар? Улар бит, юғарыла әйтеүемсә, Хоҙайға түгел, иблискә хеҙмәт итә. Беҙ, өлкәндәр, ошо хаҡта ла онотмаһаҡ ине. Сектант — асылда шул уҡ наркоман. Матур вәғәҙәләр биргән ялған идеялар ҡоллоғона эләккән наркоман. Ул ҡоллоҡтан сығыу шулай уҡ мөмкин түгел...
Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.
(Аҙағы. Башы 181-182-се һандарҙа).