Байрам өҫтәленә йәм өҫтәйбеҙ23.09.2015
Байрам өҫтәленә йәм өҫтәйбеҙ “Көнбағыш” бәлеше
Ҡамыр өсөн 300 грамм он, 1,5 сәй ҡалағы йомшартҡыс, 200 грамм шәкәр, бер сәй ҡалағы дәрсен, ике йомортҡа, 150 грамм иретеп һыуытылған май, 100 миллилитр һөт кәрәк буласаҡ. Эслеккә иһә биш персик, 50 грамм шәкәр, ике аш ҡалағы бал, өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, 10 грамм май, 60 грамм көнбағыш алына.
Эште персиктарҙы тышынан таҙартыу һәм өлөштәргә бүлеүҙән башлайбыҙ. Унан ҡаймаҡ, бал, шәкәр һәм көнбағыш ҡушылған май йылытыла. Шәрбәт тулыһынса ирегәнгә тиклем утта тоторға кәрәк.
Шунан ҡамыр әҙерләүгә тото­на­быҙ. Тәүҙә он менән йомшарт­ҡысты бергә болғап, шәкәр менән дәрсенде ҡушабыҙ. Артабан айырым һауытҡа йомортҡаларҙы һытып, май һалып, яҡшы итеп бутарға кәрәк. Әҙер булғас, ике масса бергә ҡушыла. Уны майлы табаға (диаметры 30 сантиметр булғаны һәйбәт) һалабыҙ. Өҫтөнә персик бүлкәләре түңәрәклә­теп теҙелә. Уртаға иһә эҫе көнбағыш массаһы һалына.
Бәлеш 180 градуста 50 – 60 минутта бешеп сыға. Өҫтәлгә ҡуйыр алдынан һыуытылырға тейеш.

Байрам өҫтәленә йәм өҫтәйбеҙ“Туҡлыҡлы бауыр”
Бер үк күләмдә бауыр менән һыйыр ите алына. Шулай уҡ өс картуф, өс башлы һуған, ике помидор, кәрәгенсә тоҙ, ҡыҙыл һәм ҡара борос, кинза кәрәк.
Һыйыр ите менән бауырҙы дүрт­келләп ҡырҡып, бер сәғәт бешерәбеҙ. Һуғандарҙы ярым түңәрәк форма­һында ҡырҡып, өҫтөнә итте һалабыҙ ҙа биш-ете минут ҡыҙҙырабыҙ. Унан – ваҡлап туралған помидорҙы, бер нисә минуттан нәҙек итеп туралған картуфты өҫтәйбеҙ. Тоҙ, борос һалып болғайбыҙ ҙа яңынан ҡыҙҙырабыҙ. Аҙаҡ ит ҡайнаған һауыттан өс аш ҡалағы һурпа өҫтәргә кәрәк. Картуф йомшарһа, ризыҡ әҙер тигән һүҙ.

Байрам өҫтәленә йәм өҫтәйбеҙ“Витамин” коктейле

Биш-алты киви, бер алма, бер лимон һуты, 100 грамм алма һуты алына. Теләгәндә дәрсен ҡушырға мөмкин.
Тышы таҙартылған киви менән алманы өлөштәргә бүлеп, блендерҙа бер төрлө масса килеп сыҡҡансы күпертергә кәрәк. Уға лимон һәм алма һуттарын ҡоябыҙ, кәрәгенсә шәкәр өҫтәйбеҙ ҙә һәйбәт итеп болғайбыҙ. Әҙер ҡатышманы стаканға ҡойоп алғас, боҙ, корица һалырға була.


Вернуться назад