Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:– Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Бөгөн – изге зөлхизә айының туғыҙынсы Ғәрәфә көнө. Иртәгә мосолмандарҙың иң ҙур байрамын – Ҡорбан ғәйетен – ҡаршылайбыҙ. Ул өс көн дауам итәсәк. Ибраһим ғәләйһис-сәләм ваҡытынан беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән бөйөк байрам менән барығыҙҙы ла ихлас күңелдән тәбрикләйем.
“Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал!” – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Әл-хәмдү лил-ләһ, был ғәмәлдәрҙе үтәгәндәр йылдан-йыл арта бара, мосолман ҡәрҙәштәребеҙ күпләп иман юлына баҫа.
Аллаһтың ризалығын өмөт итеп ҡорбан салыу зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла. Был ғәмәл Хаҡ Тәғәләнең биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү, фәҡирҙәргә ярҙам ҡулы һуҙыу, Раббыбыҙҙан гонаһтарҙы юйыуын, һаулыҡ, бәрәкәт биреүен һорау ниәтендә атҡарыла. Изге ғәйет көндәрендә игелектәребеҙ ишәйә, иманыбыҙ яңыра, күңелдә мәрхәмәт, килер көнгә ышаныс арта. Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған Ҡорбан хаҡында пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бихисап хәҙисе бар. Байрамда мосолмандар мәжлестәр уҙғара, бүләктәр бирешә. Туғандар, яҡындар менән күрешеү тормошҡа ҙур бәрәкәт өҫтәй. Ҡорбан салдырған ғаиләгә килгән сауаптың иһә иҫәбе-хисабы юҡ. Йортҡа иман нуры инә, ул өйҙә генә түгел, күңелдәрҙә тамырлана, шул уҡ ваҡытта доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта.
Мөбәрәк зөлхизә айы – хаж ҡылыу мәле. Белеүегеҙсә, был ғәмәл – Исламдың бишенсе терәге. Аллаһ Тәғәлә беҙгә әлеге ғәмәлде фарыз иткән икән, унда, тимәк, бөйөк хикмәт ята. Изге сәфәр әҙәм балаһын һәр яҡлап тәрбиәләй. Раббыбыҙҙың рәхмәтен өмөт итеп, хаж ғибәҙәтен үтәгән кеше гүйә ки яңы тыуған шикелле гонаһтан паклана, уның күңеле, рухы яҡтыра. Элек был ғәмәлде атҡарып ҡайтҡандарҙың күбеһе халыҡтың яҡын кәңәшсеһенә, фекер биреүсеһенә, рухи етәксеһенә әйләнгән, ғилем тарата башлаған, иман йорттары төҙөгән. Хәҙерге хажиҙарыбыҙ ҙа ата-бабабыҙҙың изге юлын дауам итһен, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтһен, Аллаһ уларҙың сәфәренә еңеллек бирһен, ҡылған ғәмәлдәрен ҡабул ҡылһын, Ватанына һау-сәләмәт ҡайтырға насип әйләһен, иншаллаһ.
“Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере илә эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар Ҡорбан ғәйетендә тағы ла артһын, йөҙҙәрҙәге иман нуры сағыуыраҡ балҡыһын, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, күркәм һүҙ-теләк аша йөрәктәргә дәрт, ышаныс өҫтәп йәшәргә насип ҡылһын. Донъябыҙ имен, аралағы мөнәсәбәттәребеҙ татыу, көндәребеҙ тыныс булһын. Ҡорбан ғәйете мөбәрәк килһен, артабанғы байрамдарҙы ла ҡыуаныс-шатлыҡ менән ҡаршы алайыҡ, иншаллаһ! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.