Ергә эйелһәң, байлыҡ килә23.09.2015
Баймаҡ ПМК-һының “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҫемлекселек тармағын үҫтереү буйынса йылдың-йылы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә, был тәңгәлдә райондың күп хужалыҡтарына үрнәк булып тора. Ерҙең ысын хужаһы булыу, уны эшкәртеүгә етди иғтибар бүлеү, орлоҡсолоҡ мәсьәләләре тураһында даими хәстәрлек күреү, тейешле технологияларҙы күҙәтеү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Тәбиғи, бындай ҡараш иген культураларының уңышында сағылмай ҡалмай.

Ысынлап та, “Толпар” йәмғиәтенең баҫыуҙары үҙҙәренең тос уңышы, тәрбиәле булыуы менән һоҡландыра. Быйыл предприятие игенселәренең кәйефе айырыуса шәп. 1565 гектарҙа­ғы иген культураларынан бөгөн мул уңыш йыйыла, ураҡ кампанияһы ойошҡанлыҡ менән бара.
Хужалыҡтың баҫыусылыҡ брига­даһы етәксеһе Петр Божеховский — тынғы белмәҫ ауыл хужалығы ветераны, үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Тап уның ныҡышмалылығы, тырышлығы “Толпар”ға яңы үр­ҙәр яуларға ярҙам итә. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 77 йә­шен баҫыуҙа ҡаршыланы...
Предприятие игенселәренә быйыл 1215 гектарҙа бойҙай һәм 350 гек­тарҙа һоло йыйып алыу бурысы тора. 91 гектарҙағы күп йыллыҡ үлән май­ҙандарынан бесән әҙерләү күптән инде тамамланған. Әле барлыҡ көс иген баҫыуҙарына йүнәлтелгән, һоло 250 гектарҙа урып һуғылған, гектар ҡеүәте – 24,3 центнер, тулайым йы­йым – 600 тонна. Был – районда иң юға­ры күрһәткес. Һолоно йыйып алыу­ға урындағы МТС-тың “Кейс” ком­бай­ны йәлеп ителгән. Ашлыҡ та­шыу­ҙа Азат Әбйәлилов, Сибәғәт Ис­ха­ҡов менән Илдар Ғилманов һынатмай.
Бер үк ваҡытта предприятие меха­низаторҙары Заһир Рәхмәтуллин ме­нән Харис Күлибаев 129 гектарҙағы бойҙайҙы сабырға төшкән. Әйтергә кәрәк, был баҫыу таҙа булыуы, мул уңыш вәғәҙә итеүе менән ҡыуандыра. Унан кәмендә 17-18 центнер уңыш алыныр тип көтөлә.
Киләһе йыл тураһында хәстәрлек күреп, 100 тонна орлоҡ һалын­ған, шуның 40 тоннаһы таҙартылған, һу­ңынан һатыу шарты менән орлоҡ һәм тауар игене лә әҙерләнә. Әйткәндәй, предприятие йыл һайын райондың, күрше төбәктәрҙең ауыл хужалығы предприятиеларын орлоҡ менән тәьмин итеүгә лә ниндәйҙер кимәлдә үҙ өлөшөн индерә — быйыл был тәңгәлдә 500 тонна иген һатылған.
Ерҙе бер ҡат туйҙырһаң, ул һине ун ҡат туйҙырыр, ти халыҡ мә­ҡәле. “Толпар” игенселәре бөгөн ошо хужаларса ҡараштың емешен йыя.



Вернуться назад