Райондың ауыл хужалығы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында ҡыҙыу осор — үҫтерелгән уңышты урып йыйыу эше киң ҡолас менән бара. Агросәнәғәт комплексында мөһим урын биләгән ҡеүәтле предприятие — “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының Баймаҡ филиалы баҫыуҙарында эш ҡайнай.Әйтергә кәрәк, быйыл предприятиеның үҫемлекселек тармағы үҙенең яҡшы төшөмө, тәрбиәле баҫыуҙары менән ҡыуандыра. Быны районға рәсми эш сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары И. Тимерғәлин дә, республика ауыл хужалығы министры Н. Коваленко ла билдәләгәйне. Тәбиғи, шундай ҡеүәтле техника паркы һәм уңдырышлы ерҙәргә эйә булған предприятиела һөҙөмтәләр ҙә яҡшы булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа МТС уңыш менән маҡтана алмаһа, быйыл иһә хәл яҡшы.
Предприятие директорының производство буйынса урынбаҫары А. Әхмәтшин менән Аҡташ баҫыуы станында осраштыҡ. Азат Ишбулды улы — тәжрибәле белгес, оҙаҡ йылдар данлыҡлы “Йылайыр” ауыл хужалығы предприятиеһында баш агроном булып эшләгән, унан “Урал аръяғы” МТС-ы Баймаҡ филиалының Йылайыр бүлексәһендә агрономия хеҙмәтен етәкләгән. Үҫемлекселек тармағындағы бай тәжрибәһе уға яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә.
Аҡташта баҫыуҙарҙан иген ҡабул ителә, таҙартыла, ошонда уҡ комбайнсылар өсөн дөйөм ятаҡ урынлашҡан, унда бөтөн шарттар тыуҙырылған. Мунсаһы ла бар. Баш агроном, белгестәр һәм хеҙмәткәрҙәр менән кәңәшмә үткәреп, аныҡ маҡсаттар билдәләне лә беҙҙе предприятиеның икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарына алып китте. “Икһеҙ-сикһеҙ” тип әйтеү юҡҡа түгел, сөнки бөгөн МТС ҡарамағындағы баҫыуҙар бөтәһе 12115 гектар тәшкил итә. Уларҙа бойҙайҙың ҡаты һәм йомшаҡ сорттары, арпа, һоло үҫтерелә.
Әйтергә кәрәк, предприятие баҫыуҙарында гөрләп торған эш беҙгә элекке осорҙо хәтерләтеп яҡшы тойғолар ҡалдырҙы. Ураҡ кампанияһы барған ҡайһы ғына биләмәгә барып туҡтама, игенселәрҙең көр кәйефе, эшкә мөкиббән бирелеүе, уртаҡ маҡсат ҡуйыуы һоҡландырҙы. Әле игенселәр 1300 гектарҙа һолоно урып һуғыуҙы тамамлап, көстө бойҙай һәм арпа йыйыуға йүнәлткән. МТС-тың Күлтабан бүлексәһе баҫыуҙарында биш берәмек “Кейс”, дүрт “Дон-1500”, өс “Нью-Холланд” эшләй. Йылайыр бүлексәһендә иһә ураҡ эштәренә дүрт “Кейс”, ете “Челленджер” комбайны йәлеп ителгән.
— Быйылғы йылдың үҙенсәлеге шунда, — ти Азат Ишбулды улы, — һуңыраҡ сәскән баҫыуҙарҙа уңыш күпкә яҡшыраҡ. Уларҙың төшөмө гектарынан 15 центнерҙан юғары, ҡайһы бер сәсеүлектәрҙә — 20-22 центнер. Айырым культураларға килгәндә, һоло уңышы гектарынан 9,5 центнер, арпаныҡы — 16, йомшаҡ бойҙайҙыҡы — 14, ҡаты бойҙайҙыҡы 11 центнер тәшкил итә. 376 гектарҙа быйыл тәүләп ҡаты бойҙайҙың “безенчукская степная” элиталы сортын сәскәйнек. Ул беҙҙең өмөттәрҙе тулыһынса аҡланы: гектарынан 20-22 центнер уңыш йыйып алабыҙ. Йомшаҡ бойҙайҙың “альбидум” тигән сорты ла һәйбәт төшөм бирҙе — 20 центнер. Ул бөтәһе 604 гектарҙы биләй. Дөйөм алғанда, ураҡ кампанияһы ойошҡан рәүештә бара, игенселәр, иген ҡабул итеү пункттары тотороҡло эшләй. Баймаҡ филиалының Аҡташта, Урғаҙа, Калинин ауылдарында, Хәйбулла районының Сиҙәм ауылында ырҙын табаҡтары бар, уларҙа ашлыҡ таҙартыла, орлоҡ һалына, тауар игене әҙерләнә. Ғөмүмән, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
Ысынлап та, игенселәр ал-ял белмәй. Комбайнсылар Фәнис Байғотлин, Сафа Халиҡов, Алик Камалетдинов, Ғәлим Ҡаҙаҡҡолов, Гәрәй Нурдәүләтов, Риза Фәйзуллин, Мирзаян Хәйбуллин, Әхтәм Сыңғыҙов, Хәйбулла Мырҙагилдин, Нурислам Ғүмәров, Айбулат Шәрәфетдинов, Илья Бахарев, водителдәр Илшат Тусалин, Венер Әхмәров, Фәнил Миңлебаев, Даян Избасаров хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәтә.
Әле предприятие иген культураларын урып йыйыу эшен 70 процентҡа атҡарып сыҡҡан, ике-өс көндән Күлтабан бүлексәһе игенселәре яуаплы кампанияға нөктә ҡуясаҡ.
Ғөмүмән, данлыҡлы “Йылайыр” совхозы тарихта ҡалһа ла, баҫыуҙарҙа һулыш туҡталмай, арҙаҡлы игенселәрҙең эшен “Урал аръяғы-агро” МТС-ы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары уңышлы дауам итә. Шунһыҙ мөмкин түгел — бәрәкәтле Баймаҡ ерендә бәрәкәтле иген үҫергә тейеш.