Никах йорто йәштәрҙе көтә23.09.2015
Ошо көндәрҙә Салауаттағы йәмиғ мәсетендә никах залы асылды. Мосолман дине ҡанундарына ярашлы биҙәлгән иркен, яҡты бүлмә йәштәрҙе, күп һанлы ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.

Бөгөн ул — республикабыҙҙа никах уҡыу өсөн берҙән-бер махсус зал. Объектты асыу тантанаһында яңы ғаилә ҡорған Мостафин­дарға никах уҡынылар. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты мөфтөйөнөң Волга буйы федераль округындағы ярҙамсыһы мөфтөй Рәмил Насиров йәштәргә ихлас теләктәрен еткерҙе.
Тантана аҙағында Украинанан килгән аҙ тәьмин ителгән һәм күп балалы ғаиләләргә, инвалидтарға кәрәк-яраҡ таратыу буйынса хәйриә акцияһы ойошторолдо.



Вернуться назад