Һыбай йөрөү файҙалы23.09.2015
Башҡортостанда иппотерапия һәм ат спорты әүҙем үҫешә. “Аҡбуҙат” ипподромы майҙансығында “Милләт йәшлеге” төбәк йәмәғәт фонды ойошторған “түңәрәк өҫтәл” барышында иппотерапияға арналған тәүге фильм менән таныштырыу сараһы булды, “Һаулыҡ һорап — ат янына” хәйриә проектына йомғаҡ яһалды.
– Беҙ инвалидтарҙың проблемаларын республика власть органдары, бөтөн йәмәғәтселек кимәлендә күтәрҙек. Иппотерапияны үҫтереү мәсьәләһенә иғтибарҙы йәлеп иттек. Инвалид балаларҙы реабилитациялауға йүнәлтелгән “Һаулыҡ һорап — ат янына” проекты мотлаҡ дауам итәсәк, сөнки “Милләт йәшлеге” етәкселеге программаны киләһе йылда ла тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлек таба алды, — тине фонд президенты Рима Баталова.