Һәр властың үҙ бюджеты булырға тейеш25.02.2012
Һәр властың үҙ бюджеты булырға тейешКоммуналь уңайлыҡтар ауылға ла кәрәк

— Ҡыуанысыбыҙ менән уртаҡлашам. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Собханғол ауыл Советы биләмәһе район конкурсында еңеү яуланы һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды, — ти урындағы үҙидара етәксеһе Фәрит Сәйфуллин. — Районда муниципаль берәмектәрҙең эшен баһалағанда 10 баллы система ҡулланыла. Ижтимағи йәшәйешебеҙгә ҡағылышлы бер генә өлкә лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, мәҙәниәт һәм спортты үҫтереү буйынса иң күп балл йыйҙыҡ. Беҙҙең биләмәлә ерҙәрҙең һөҙөмтәле файҙаланылыуын, ауыл хужалығында продукция етештереүҙең һиҙелерлек артыуын иҫәпкә алдылар.
Хакимиәт башлығы Фәрит Миңлейәр улын күп йылдар беләм. Ауылда хужалыҡ итеүҙә, халыҡ менән эшләүҙә ул ҙур тормош мәктәбен үткән кеше. Ҡайһы бер етәкселәр кеүек йылы бүлмәлә ултырырға ғәҙәтләнмәгән. Һәр көн ауылдарҙа, төрлө предприятие-бюджет ойошмаларында булып, эштең асылына үҙе төшөнөргә, проблемаларҙың сиселешен эҙләгәндә кешеләрҙең фекерен ишетергә тырыша.
— Әйҙә, Иҫке Собханғол яҡтарына барып киләйек, — тине ул. — Унда беҙҙе ауыл старостаһы, йәмәғәт эшенә бер ҡасан да битараф булмаған Валерий Шиһапов көтә. Яңы урамдарға һыу үткәргес һуҙырға планлаштырабыҙ. Шул проект менән “Таҙа һыу” федераль программаһына эләгергә тейешбеҙ. Ғөмүмән, Иҫке Собханғол ауылы һуңғы йылдарҙа яңы һулыш алды.
Валерий Ғәйнулла улы, ысынлап та, ихлас һәм тынғыһыҙ кеше булып сыҡты. Элек ул Өфөлә йәшәгән, нефть техник университетында лаборатория мөдире булып эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғына ҡайтҡан. Ауылдың Ҡояшлы тигән матур бер урамында иркен йорт һалып ингән.
— Беҙҙең биҫтәгә ауыл Советы ярҙамында ут, газ, телефон үткәрелде, юлдар төҙөкләндерелде, — ти ауыл старостаһы. — Иҫке Собханғол ҙурая, элекке баҡса ерҙәрен дә шәхси төҙөлөшкә бирҙек. Беҙ йәшәгән яҡҡа һыу үткәрергә генә ҡалды. Дөрөҫ, бөгөн һәр кемдең ихатаһында ҡоҙоҡ бар, ләкин үҙәкләштерелгән һыу селтәре кәрәк. Кешеләр һыу торбаларын өйҙәренә индереп, ванна бүлмәһен, санитария узелын йыһазландырырға, канализацияһын үткәрергә, бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл ерендә лә ҡала фатирҙарындағы кеүек коммуналь уңайлыҡтар менән кинәнеп файҙаланырға теләй.
— Был эштең проекты әҙер. Федераль программаға эләккәндән һуң финанслауға юл асылһа, быйыл йәй 1-2 километр оҙонлоғондағы һыу селтәрен һалып та ҡуясаҡбыҙ, — ти хакимиәт башлығы. — Бына шулай ауылдың йәмәғәтселәре менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Валерий Ғәйнулла улы беҙгә лә тынғылыҡ бирмәй. Ниндәй мәсьәлә бар — барыһын да урындағы үҙидара органына еткерә.
Староста телгә алыуынса, Иҫке Собханғол ауылының перспективаһы яҡшы. Был яҡтарҙа юлдар төҙөк булғас, халыҡҡа эшкә йөрөүе лә уңайлы. Ә сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәт иткән кешеләрҙең, ғәҙәттә, тормошо ла етеш була.
— Президент үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләп үтеүенсә, ауылдарҙы төҙөкләндереү өсөн урындағы үҙидара органдары яуап бирә, — ти Фәрит Миңлейәр улы. — Шуға ла беҙ ул эште алға ҡуябыҙ. Туймазы яҡтарында ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе элек-электән көн үҙәгенән төшмәй. 2010 йылғы ҡоролоҡта Нөркәй һәм Егетәк ауылдары эсәр һыуһыҙ тороп ҡалды. Һуңғы осорҙа ошо проблема менән ныҡлап шөғөлләндек. Былтыр төбәктә һыу торбаларын тулыһынса алыштырҙыҡ. Хәҙер яңыртылған коммуникацияларҙы Нөгөш йылғаһындағы һыу һаҡлағысҡа тоташтырҙыҡ. Шул проектты ғәмәлгә ашырыу урындағы бюджетҡа 2,5 миллион һумға төштө. Бынан тыш, “Водомонтажкомплект” хеҙмәтләндереүсе предприятиеһы 1 миллион һум күләмендә инвестиция һалды. Кешеләр һыуҙы йорттарына индергәндә бер юлы иҫәпләү приборын да ҡуйҙы. Ниһайәт, шул төр коммуналь хеҙмәт өсөн урындағы бюджетҡа аҡса инә башланы. Элек колонкаларҙан аҡҡан һыу менән бушлай файҙалана торғайнылар.
Яңы торлаҡ массивтарын газ менән тәьмин итеү мәсьәләһен дә урындағы хакимиәттә күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Быйыл Нөркәйҙәге яңы өс урамға, шулай уҡ Ҡайынйылғалағы коттедждар төҙөлгән биҫтәгә “зәңгәр яғыулыҡ” биреләсәк. Урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ҡабул ителгән программа ла тулыһынса үтәлгән тиерлек. Былтыр яҡтыртҡыстарҙы һәм лампаларҙы алыштырыуға ғына 250 мең һумға яҡын аҡса бүленгән. Президент Указы менән бирелгән 100 мең һум дотация ла шул маҡсатта файҙаланылған. Ошо уҡ күләмдәге аҡсаны зыяратты ҡоймалап ҡуйыуға тотонғандар.

“Ике йыл инде субсидия алғаныбыҙ юҡ”

Күреүебеҙсә, ауылдарҙы төҙөкләндереү, инфраструктураны үҫтереү буйынса шундай эштәрҙе атҡарыуға ярайһы ғына инвестициялар һалырға кәрәк. Тик бөгөн маҡсатлы федераль һәм республика программаларына ғына күҙ төбәп, юғарынан күпме дотация бирәсәктәрен көтөп ултыра торған заман түгел. Собханғол муниципаль берекмәһендә шул хәҡиҡәтте яҡшы аңлайҙар: былтыр төҙөкләндереү эшенә һәм коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә бюджеттан биш миллион һумға яҡын аҡса бүлгәндәр.
— Федераль законда яҙылғанса, ауыл Советтары биләмәләренең вәкәләттәре лә арта бара, — ти Фәрит Сәйфуллин. — Беҙ, мәҫәлән, мәҙәниәт менән спортты финанслауҙы ҡыйынһынмайынса үҙ иңебеҙгә алдыҡ. Былтыр шул сығымдар урындағы ҡаҙнаға биш миллион һумға барып баҫты. Собханғолдағы мәҙәниәт йорто Туймазы районында иң яҡшыларҙан һанала. Унда һәләтле һәүәҫкәр артистарҙы үҙенә туплаған өс халыҡ коллективы эшләй. Спорт өлкәһендә лә телгә алырлыҡ уңыштар байтаҡ. Футбол, волейбол, баскетбол, бокс, хоккей, Көнсығыш алыштары, саңғы спорты буйынса секциялар эшләй. Яҡтыртылған боҙ майҙанынан көн оҙоно кеше өҙөлмәй. Унда йылы бүлмә лә бар. Үҙебеҙҙең хоккей командаһына былтыр бюджет иҫәбенә 100 мең һумлыҡ яңы форма алып бирҙек. Быйыл районда үткәрелгән “Ихата чемпиондары лигаһы” турнирында беҙҙең уйынсылар I урынды яуланы.
Ғәмәлдә, Собханғол муниципаль берекмәһе хәҙерге көндә үҙ-үҙен финанслау тәртибенә күскән. Былтыр улар социаль программаларҙы үтәүгә бюджеттан бер һум да дотация алмаған.
— Үҙенә бирелгән вәкәләттәрҙе үтәү өсөн һәр властың үҙ бюджеты, йәғни финанс-иҡтисади нигеҙе булырға тейеш, — ти үҙидара органы етәксеһе. — Тик был маҡтана икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Мин ошо вазифаға тәғәйенләнгәндә район биш миллион һум дотация бирә ине. Хәҙер ике йыл инде субсидия алғаныбыҙ юҡ. Сөнки үҙебеҙҙең керемдәр арта. Ҡаҙнала аҡса булғас, биләмәнең инфраструктураһын үҫтереү буйынса күп проекттарҙы планға индереүҙән, шул эштәргә район ойошмаларын йәлеп итеүҙән һис кенә тартынып тормайбыҙ.
Эйе, әйтелгәндәрҙән сығып, урындағы үҙидараны реформалауға, 131-се Федераль законды тулы көсөнә бойомға ашырыуға Собханғол ауыл Советы биләмәһе башҡаларға ҡарағанда яҡшы әҙерләнгән, тигән һығымта яһарға була. Беренсенән, бында һалым йыйыу һәйбәт ойошторолған. “Транснефть” йәмғиәтенең Туймазы районындағы нефть үткәргестәр идаралығы Собханғол ауылында урынлашҡан. Данлыҡлы предприятие биләмәнең иҡтисади тормошон тәьмин итә. Унда 900-гә яҡын кеше эшләй. Уртаса айлыҡ эш хаҡы 25 — 30 мең һумдан кәм түгел. Нефть ҡыуҙырыусылар килем һалымының 10 процентын урындағы ҡаҙнаға түләй ҙә инде.
Икенсенән, Собханғолда бюджетты тулыландырыуҙа ер һалымы ышаныслы сығанаҡҡа әйләнгән. Был ауыл хужалығындағы төп етештереү сараһын белеп файҙаланыуҙары хаҡында һөйләй. Әгәр 2010 йылда урындағы ҡаҙнаға ер һалымы 3 миллион 586 мең һум күләмендә инһә, былтыр шул төр йыйымдар 4 миллион һумдан артҡан.
— Беҙҙең биләмәлә бер нисә эре ауыл хужалығы предприятиеһы уңышлы эшләп килә, — ти хакимиәттең яуаплы хеҙмәткәре Люзиә Яҡупова. — “Агро-гусь” йәмғиәте тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Үҙҙәренең етештереүен үҫтереү маҡсатында улар беҙҙең биләмәне һайланы. 2400 гектар ерҙе ҡуртымға алдылар. Иркен һулыш алып йәшәүсе предприятиела 86 кеше эшләй. Һалымдарын да “Агро-гусь” беҙгә түләй. Хосусилаштырылған һәм пайсыларға бүлеп бирелгән ерҙәр менән дә улар файҙалана. Килешеүҙә ҡаралғанса, халыҡҡа 1 пай өсөн 3 центнер ашлыҡ бирәләр. Ер өлөшө өсөн тейешле һалымын да ҡаҙнаға предприятие үҙе түләй.
Ауыл биләмәһендәге яңы технологияларҙы үҙләштергән “Алмаз” крәҫтиән (фермер) хужалығы иһә райондың бюджет ойошмаларын картуф менән тәьмин итә, шулай уҡ “икенсе икмәк”тең уңышын республиканан ситкә лә сығара. Муниципаль берекмәлә шәхси секторҙы үҫтереүгә иғтибар ҙур. Егетәк ауылынан Маргарита менән Нәфис Миңнуллиндар ғаилә һөтсөлөк фермаһын ойошторған. Бөгөн улар 12 һыйыр һауһа, яҡын киләсәктә көтөүҙе 25 башҡа еткерергә теләйҙәр. Бындағы халыҡ былтыр Туймазы баҙарында ғына 1400 центнер һөт һатҡан.
— Шулай ҙа бөгөн үҙебеҙҙең бюджет менән ҡәнәғәт түгелбеҙ, — ти хакимиәт башлығы Фәрит Сәйфуллин. — Килем сығанаҡтары төрлө кимәлдәге власть араһында ғәҙел бүленмәгән. Был хаҡта Президенттың Мөрәжәғәтнамәһендә лә яңғырағайны. Ни өсөн физик шәхестәрҙең килеменән түләтелгән һалымдың, исмаһам, 20 процентын беҙҙә ҡалдырмайҙар? Ул саҡта инфраструктураны үҫтереү, торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау, яңы юлдар һалыу, шәхси төҙөлөш киң йәйелдерелгән биҫтәләргә инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу буйынса күберәк эшләй алыр инек. Етмәһә, электр энергияһына тарифтарҙы әленән-әле күтәреп торалар. Урамдарҙы яҡтыртыуға былай ҙа ҡаҙнаның ярайһы ғына өлөшө китә. Муниципаль реформа тураһында һүҙ бара икән, финанслау сығанаҡтарын да беҙҙең файҙаға үҙгәртергә ваҡыт еткәндер, тип уйлайым.
Миҙхәт ШӘРИПОВ
Туймазы районы.


Вернуться назад