Шағир рухы үлемһеҙ23.09.2015
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Әҙәби музейҙар: проблемалар, бурыстар, перспективалар”
I республика форумы, шулай уҡ Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына
135 йыл тулыуға арналған тантаналы сара үтте.


Йыйында төбәктәге халыҡ­тарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа музейҙарҙың әһәмиәте, ошо өлкәләге эш үҙенсәлектәре тикшерелде. Шулай уҡ “Минең музейым” республика конкурсында еңеүселәр бүләкләнде.
Көндөң икенсе яртыһы Мәжит Ғафуриҙың юбилейын байрам итеүгә арналды. Сара әҙиптең исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театры алдын­дағы һәйкәл янында башланды. Байрамға кил­гән ҡу­наҡ­тар халыҡ шағи­рының ҡә­беренә сәс­­кә һал­ды, мемориаль йорт-музейҙа үт­кә­­релгән әҙә­­би-музы­каль ки­сәлә ҡатнашты. Унда яҙыусылар, ха­лыҡ шағирының яҡ­таш­та­ры, уҡыу­сы­лар, студенттар, ижа­ди кол­­лективтар саҡы­рыл­ды. Сара­ларҙы республиканың Мәҙә­ниәт министрлығы һәм Милли әҙәбиәт музейы ойошторҙо.





Вернуться назад