Әлифба ярҙам итер23.09.2015
“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренән ҡулланыусылар өсөн әлифба”ны хәҙер Башҡортостан халҡы ла файҙалана ала. Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында “Башҡортостан Республикаһының төбәк операторы” сайтына һылтанып, ошо турала хәбәр иттеләр.
“Әлифба торлаҡ хеҙмәттәренән оҫта файҙаланыу, коммуналь түләүҙәрҙе бушҡа сарыфламау мөмкинлеген бирәсәк. Тармаҡтағы ҡатмарлы һорауҙар ябай тел менән аңлатыла, һүрәттәр менән биҙәлгән”, тиелә белдереүҙә. Ҡулланманы Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Аҡыллы ҡулланыусы мәктәбе” федераль проекты белгестәре әҙерләгән.