Бергәләшһәң, эш берәгәй23.09.2015
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, шулай уҡ Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы һәм Чечен Республикаһы Парламенты делегацияларының көтөлгән сәфәрҙәренә аңлатма бирҙе:
– Көрсөк шарттарында төбәктәр араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереү дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәре иҫәбенә инә. Шуға күрә ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең төрлө өлкәләренә ҡағылған закондар ҡабул итеү һәм уларҙы үтәү практикаһына анализ яһау айырым әһәмиәткә эйә. Тәү сиратта был — импортты алмаштырыуҙы хоҡуҡи тәьмин итеү. Шулай уҡ мәҙәниәт, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге ҡануниәт тә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәсәйҙәге, шулай уҡ сит илдәрҙәге байтаҡ төбәктәрҙең парламенттары менән бәйләнеште әүҙем үҫтерә. Тиҙҙән, 8 – 10 октябрҙә, Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советы делегацияһы киләсәк. Ә декабрҙә Чечен Республикаһы парламентарийҙары көтөлә. Сәфәрҙәр барышында закон сығарыу эшмәкәрлегендә хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы делегацияһының сәфәре йомғаҡтары буйынса ошо төбәк парламенты менән килешеү әҙерләнә.
Ҡануниәт эшмәкәрлеген камиллаштырыу, ҡабул ителгән закондарҙың сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ парламент тарафынан уларҙың үтәлешенә контроль хеҙмәттәшлектең төп йүнәлеше буласаҡ.