Ҡырғыҙҙар менән дуҫлыҡ нығый23.09.2015
Бешкәк ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбәк Атамбаев менән осрашты.
Унда Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан Республикаһы төбәктәре араһында иҡтисади, мәҙәни һәм белем биреү өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.


Алмазбәк Атамбаев әйтеүенсә, ике ил төбәктәре араһындағы тығыҙ бәйләнеш Рәсәй-Ҡырғыҙстан күп яҡлы хеҙмәт­тәшле­гендә мөһим йүнәлеш булып тора.
Рөстәм Хәмитов Ҡырғыҙстандың эшлекле даирәләрен октябрҙә Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың беренсе форумында ҡатна­шырға саҡырҙы. Республика Башлығы шулай уҡ 2016 йылда Рәсәй-Ҡырғыҙстан төбәк-ара конференцияһын Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарырға тәҡдим итте. Ҡырғыҙстан Президенты был тәҡдимде хуп­ланы.




Вернуться назад