“Ҡайҙа киттең?” “Йәрминкәгә!”23.09.2015
“Ҡайҙа киттең?” “Йәрминкәгә!” Ҡала һәм райондарҙа уҙған ял көндәрендә ойошторолған ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған.

Сауҙа Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский, Сибай, Туймазы ҡалала­рында, шулай уҡ Бөрйән, Благовар, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Саҡмағош райондарында айырыу­са әүҙем барҙы.
Йәрминкәләрҙә 36,1 тонна бал, 251,2 тонна йә­шелсә, 777 тонна картуф һатылды. Картуфтың бер килограмы уртаса 13-25 һум, ки­шерҙеке — 15-30, кәбеҫтәнеке — 18-25, сө­гөл­дөрҙөкө — 15-30, һуған­ды­ҡы — 15-25, бал­ды­ҡы 250 – 400 һум тора ине. Һыйыр итен 250-350, сусҡа итен — 200-300, һарыҡ­тыҡын — 250-330, йылҡы итен — 240-350, ҡош итен 85-300 һумға һаттылар, — тип хәбәр итте беҙгә республиканың Ауыл хужалығы министрлығындағы матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ләйсән Хәйретдинова.
Йәрминкәләрҙә 48 райондан ауыл хужа­лы­ғы етештереүселәре ҡатнашты. Төбәктәрҙә 1 528 сауҙа урыны булдырылды.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад