Төбәк хужалыҡтарында уңыш йыйыу ойошҡан рәүештә бара. Мәҫәлән, “Нурис” ширҡәтенең төп шөғөлө — малсылыҡ. 2 300 гектарҙы тәшкил иткән сәсеүлек майҙандарында эшмәкәрлек мал аҙығы туплауға йүнәлтелгән. 1 600 гектарҙа бөртөклө культуралар уңышы келәттәргә ингән дә инде. Сенаж, силос, бесән был хужалыҡта һәр саҡ йыл ярымға етерлек әҙерләнә. Шуға гольштин тоҡомло һыйырҙар мул һөт биреп ҡыуандыра. “Миәкә һөт заводы” тапшырылған юғары сифатлы һөттөң литрына 20 һумдан иҫәп-хисап яһай.
Баш агроном Ренат Ғүмәров әйтеүенсә, уртаса уңыш гектарынан 22 – 25 центнер тәшкил иткән. Ҡеүәтле “Джон-Дир” комплексы бригадаһы аяҙ көндөң һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Алдынғы механизаторҙар Финат Бикбулатов, Әлфәт Ниғмәтуллин, Самат Жураев ошо көндәрҙә ужым бойҙайын сәсеүҙе тамамлаясаҡ.
– Беҙ ер эшкәртеүҙә илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуймайбыҙ. Алдан тупраҡты әҙерләйбеҙ, етерлек ашлама менән тәьмин итәбеҙ. Ваҡытында бөтә агротехник сараларҙы үтәгәнгә, уңыш мул була, — ти етәксе Рөстәм Исаев.
Ҡыҙыу эш мәлендә кадрҙар ҡытлығы кисермәй “Нурис”тар. Әле хужалыҡта 75 кеше хеҙмәт итә. Эш хаҡын ваҡытында алалар. Ремонт бригадаһы иген һаҡлағыс келәттең ҡыйығын яңыртһа, яланда биш гектарҙа теплица сафҡа инә. Ҡыяр, помидор үҫтереп, баш ҡала халҡына оҙатмаҡсылар. Әйткәндәй, йәшелсә үҫтереүҙең бөтә нескәлектәрен белгән оҫтаны Туймазы районынан тапҡандар.
“Агро-Альянс” яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең баш агрономы Рәмил Ибраһимовтың та кәйефе көр. Оҙаҡ яуған ямғырҙан һуң тәбиғәт эште теүәлләргә мөмкинлек биргәнгә ҡыуана ул. 3 860 гектар майҙанда бөртөклө культуралар 30 центнерҙан төшөм биргән. Бөтә техника үҙҙәренеке. Ике “Джон-Дир” көндө төнгә ялғап баҫыуҙы иңләй.
Мал аҙығы ла етерлек әҙерләнгән. “Агро-Альянс”тың 800 баш һыйыр малы булһа, шуның 400-ө – һауын һыйыры. Хужалыҡта 70 кеше эшләй, шул иҫәптән һөт эшкәртеү цехында 20 кеше күп төрлө һөт аҙыҡтарын эшкәртеп, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға оҙата.