Йәшә әле, Ғәмбәриә әбей!22.09.2015
Йәшә әле, Ғәмбәриә әбей! — Таң атҡан һайын көн тыуып тора. Шулай туҡһанға ла еткәнме-е-ен, — ти Балтас районының Нөркә ауылында ғүмер кисергән хеҙмәт ветераны Ғәмбәриә Риянова.

Татарстандың Аҙнаҡай районындағы Малбағыш ауылында 1925 йылда донъяға килгән ул. Ун биш йәшенәсә ете класс белем алырға өлгөрә, артабан күп тиңдәштәре кеүек Мәскәү ҡалаһы янына торф сығарыу эшенә ебәрелә. Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ир-егетте лә алыштырып, икеләтә ауыр йөктө иңдәренә алырға тура килә ул быуын ҡатын-ҡыҙына. Һынатмайҙар. Ун йыл ошо эштә көс һала Ғәмбәриә. Нөркә ауылы егете Нәүширбан хеҙмәт армияһында имгә­неүе сәбәпле (бер күҙен юғалта) фронтҡа алынмай, торф сығарыу эшенә ебәрелгән була. Шунда яҙмыш осраштыра уларҙы.
— Заманы ла, үҙебеҙ ҙә бик ярлы инек. Күп уйлап торманыҡ, 1951 йылда ҡауыштыҡ та Нөркәгә ҡайтып төпләндек, — ти әбей.
Биш бала — өс ҡыҙ, ике малай — тәрбиә­ләп үҫтерә Рияновтар. Колхозда эшләп, ауылда йорт һалып сығалар. Ғәмбәриә оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхозда һыйыр һауа. 50 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡас, тағы ла ете йыл эшләй. Нәүширбаны ғына 64 йәшендә донъя ҡуя...
— Колхоз көслө ине. Ун биш баш һыйырҙы көнөнә өс тапҡыр һауабыҙ. Йәйге айҙарҙа ауылдан өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан йәйләүгә йәйәүләп йөрөйбөҙ. Эштән ҡайтып, ғаиләне, йортто ла ҡарарға кәрәк бит әле... — Әбей сәмләнеп эшләгән йылдарын хәтерендә яңыртты. — Көнөнә 100 литрҙан ашыу һөт һауып алған саҡтарым күп булды. Күҙәтеү ҙә көслө ине. Һауым ярты литрға кәмеһә лә, район үҙәгенән килеп етәләр. Эй, балам, эшләнек, бер ҙә хур булманыҡ.
Әңгәмәгә Ғәмбәриә әбейҙең ауылда йәшәгән ҡыҙы Рәмзиә апай Хисамова ла ихлас ҡушылды:
— Әсәйҙең рәсеме, исеме район гәзите биттәренән төшмәне. Гел маҡтаулы булды, уңғанлығы менән алдырҙы. Уҡырға яратты, гәзит-журналдан айырылманы.
Ғүмер буйы мал, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәгән әбей әле лә тынғы белмәй. Өйөн йыйыштыра, ашарға әҙерләй. Бөгөн төпсөк улы Мәүлитйән тәрбиәһендә йәшәгән Ғәмбәриә әбей биш балаһының да иҫән-һаулығына, хәҙер ейәндәре үҫеп етеп, күҙле-башлы булыуына, уларҙың сабыйҙарын һөйә алыуына сикһеҙ шат.
— Ҡартайһам да, телевизор ҡарайым. Кон­церттарҙы көтөп алам. Ә яратҡан тапшырыу­ҙа­рым — “Мөғжизәләр яланы” менән “Баш­ватҡыс”. Башты эшләтер өсөн уйла­нырға, хәтерҙе яңыртып торорға ҡушалар бит. Мин дә ошо тапшырыуҙар барған минуттарҙа уйынсыларға эйәреп һүҙҙәр эҙләйем. Ҡайһы ваҡыт яуапты бик тиҙ табам, ә бәғзе бер шарттар бигерәк ауыр була, — тип йылмая инәй.
Йәштәргә матур теләктәрен дә еткерҙе йөҙйәшәр әбей:
— Сәләмәт булһындар! Һау, күңелле саф кеше эштән дә ҡурҡмай, дәртле була.


Вернуться назад