Яҡтылыҡ һибеүсе22.09.2015
Башҡортостан телевидениеһының тапшырыуҙарын тәүге сығарылыштарынан алып ҡарап киләм. Халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген яҡтыртыу һәр саҡ уның төп темалары булып торҙо.
Әле лә үҙәк телевидение каналдарынан һәр төрлө детектив фильмдар, атыш-үлтереште, суд һәм полиция органдарының эшендәге ыҙғыштарын ҡарап ялҡҡанлыҡтан, күберәк үҙебеҙҙең тапшырыуҙарҙы ҡарайым. Телевидение хеҙмәткәрҙәре тормошобоҙҙағы сағыу күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы, айырым шәхестәрҙең эшен һәм яҙмыштарын тулы итеп сағылдырырға ынтыла, тормош юлыбыҙға яҡтылыҡ һибеп ҡалдырырға тырыша.
Телевидение коллективы тәжрибәле, талантлы журналистарҙан тора, тип әйтер инем. Әле һүҙем ана шундайҙарҙың береһе – Рәйсә Рәйес ҡыҙы Ҡазбулатова тураһында. Баҫалҡы, төплө белемле, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән был журналист тәрән йөкмәткеле, матур-матур тапшырыуҙары менән ҡыуандыра беҙҙе. Үҙ күңеленә яҡын теманы һайлап ала белә, уның өҫтөндә ентекләп һәм ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Рәйсә Ҡазбулатованың “Үткән ғүмер” серияһы буйынса алып барған тапшырыуҙары тамашасы күңеленә бик тә яҡын. Уны тулы мәғәнәле итеп эшләү өсөн автор күпме тормош материалын өйрәнә лә ни хәтлем кешеләр менән осрашып һөйләшә! Ә бит әле уны дөйөмләштереп, үҙеңдең фекереңде йыйнаҡ һәм аныҡ итеп әйтә белергә лә кәрәк.
Рәйсәнең әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре тураһындағы “Автограф” тапшырыуҙары айырым иғтибарға лайыҡ. Ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә эшләүсе шәхестәребеҙҙең хеҙмәттәрен киләһе быуындарға тапшыра, тамашасы күңелендә матурлыҡҡа инаныу тойғолары уята. Ә был маҡсатҡа тик телевизион тапшырыуыңды бай һәм яҡты рухлы итеп ойошторғанда ғына өлгәшеп була. Рәйсә Ҡазбулатова тап ошо йүнәлештә эшләй һәм яңынан-яңы уңыштарға өлгәшә.