Баш ҡалабыҙҙың 2-се троллейбус маршруты республикалағы әҙиптәрҙең журнал һәм гәзит хеҙмәткәрҙәренең ижад, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. “Башҡорт драма театры” һәм “Колхоз баҙары” туҡталыштары араһында йөрөүселәр бер мәл Башҡортостанда иң күп тираж менән сыҡҡан фәнни-педагогик һәм методик айлыҡ журналдың – “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның – редакция коллективы менән осрашҡайны.Матбуғат баҫмаларын уҡыусылар аҙайған дәүерҙә бындай аралашыу ике яҡ өсөн дә отошло булды. Минеңсә, был йәһәттән Башҡортостандың Элемтә һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедовтың матур башланғысы хуплауға лайыҡ.
Троллейбуста халыҡ байтаҡ йыйылғас, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов һүҙ алды.
– Хөрмәтле баш ҡала халҡы, ҡунаҡтар! Һеҙҙе 95 йыллыҡ тарихы булған баҫма хеҙмәткәрҙәре сәләмләй. Юл ыңғайы аралашып, фекер уртаҡлашып барыу мөмкинлеге өсөн бик шатбыҙ, – тине ул.
Тәүҙә пассажирҙар аптырабыраҡ ҡалды. Тыныс ҡына килгән троллейбуста Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяровтың дәртле ҡурай моңо ла яңғырағас, кешеләрҙең иғтибары йырлы тулҡындарға көйләнде.
– 2-се маршрут “Әҙәби троллейбус” тип аталды. Бөгөн беҙ һеҙгә баҫмабыҙҙың яңы һанын таратабыҙ. Журналыбыҙҙа башҡорт, урыҫ, татар, инглиз, сыуаш, мари телдәрендә материалдар донъя күрә, шуға уны һәр кем уҡый алыр, – тип дауам итте һүҙен баш мөхәррир.
Күркәм сарала редакция хеҙмәткәрҙәре, әүҙем авторҙар, йыл лауреаттары ҡатнашты. Педагогия фәндәре докторы, профессор, академик Камил Әхиәров, 30 йылдан ашыу ошо баҫманың мөхәррире булып эшләгән тәжрибәле журналист, ғалим Сәлимйән Ғүмәров, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Мәғариф министрлығының методик үҙәге директоры урынбаҫары Миңдебай Юлмөхәмәтов, филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың “Йыл уҡытыусыһы” исемен яулаған Фәнзил Санъяров, Мәғарифты үҫтереү институты доценты Рида Хөсәйенова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, республиканың “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе лауреаты Мәүлиә Сафиуллиналарҙың журнал хаҡында әйтер йылы һүҙҙәре, хәтирәләре күп ине.
– Минең тәүге мәҡәләләрем баҫмала бынан теүәл 60 йыл элек донъя күрә башланы. Балаларҙы хеҙмәт аша тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләре менән шөғөлләндем, шуны республикабыҙҙа киң пропагандаланым, – ти арҙаҡлы ғалим, Рәсәй Мәғариф академияһы академигы Камил Шәйехмырҙа улы Әхиәров. – Бөгөн мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһенең ҡаҡшай барыуы мине ныҡ борсой.
Сәлимйән Ғүмәров та ҡала халҡы менән ихлас аралашты, журналға етәкселек иткән осоро, командировкаларҙа осраған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Китап, баҫмалар менән дуҫ булырға әйҙәне ул, кешеләр менән ябай, туғандарса аралашыуға бер нәмә лә етмәүен билдәләне.
– Үҙебеҙ урыҫ милләтенән, ә туғандарыбыҙ, кейәү-килендәребеҙ – башҡорт һәм татарҙар. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйбеҙ. Башҡортостаныбыҙҙа халыҡтар дуҫлығы буш һүҙ түгел, – тине шул саҡ бер пассажир.
Әйткәндәй, йәнәшәмдә ултырып килгән ханым Благовар районының Пришиб ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар “Башнефть” компанияһында эшләгән, хәҙер Германияла йәшәй.
– Журнал хеҙмәткәрҙәрен, ғалимдарҙы тыңлап шул тиклем ҡыуандым. Бөгөн генә Өфөгә ҡайтып төшкәйнем, әле туғандарыма китеп барам. Ҡурай моңон ишетеп кинәндем, күңелем тула, – тине ул, күҙ йәштәрен һөртөп.
Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары булған педагог-ғалим Миңдебай Юлмөхәмәтовтың да юлсыларға әйтер һүҙе бар ине. Ул халыҡты ябай һәм аныҡ миҫалдар аша бөгөн мәғариф өлкәһендә көнүҙәк булған мәсьәләләр менән таныштырҙы, уҡытыусылар журналының республика мәғарифын үҫтереүҙәге әһәмиәтен билдәләне. Тәжрибәле етәксегә пассажирҙарҙан һорауҙар яуҙы.
Аралашыуға арҙаҡлы уҡытыусылар Мәүлиә Сафиуллина менән Рида Хөсәйенова ҡушылғас, троллейбус эсе тағы ла йәнләнеберәк китте. Остаздар башҡорт милли сәнғәте, әҙәбиәте хаҡында һөйләне. Әбйәлилдән килгән Мәүлиә Фәрит ҡыҙының башҡорт халыҡ көйҙәрен, популяр эстрада йырҙарын һуҙыуы ла пассажирҙарҙың күңеленә хуш килде. Туҡталышына етер саҡта рәхмәттәр әйтеп, ҡәнәғәт йылмайып хушлашты улар.
Әҙәбиәт йылы айҡанлы һүҙҙе артабан Фәнзил Санъяров алды һәм үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Билдәле уҡытыусы юл буйы ҡурай моңо ла бүләк итте, халыҡ йырҙарын да ишеттерҙе. Уҡытыусының ҡурай тураһындағы һүҙен халыҡ йотлоғоп тыңланы. “Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Өфөбөҙ көндән-көн матурлана, ШОС һәм БРИКС саммиттарының беҙҙә үтеүен ҡыуанып ҡабул иттек”, – тине пассажирҙар.
Сара барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, мәҙәниәтебеҙгә, журнал тарихына арналған викторина үткәрелде. Уйын троллейбусты гөрләтте генә. Өфөләрҙең Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев кеүек халыҡ шағирҙарының ижады хаҡында төплө мәғлүмәткә эйә булыуы һоҡландырҙы. Артҡы рәттә ултырған Олег исемле урыҫ егете дөрөҫ яуаптары өсөн журналдың махсус футболкаһына лайыҡ булды.
– Өфөлә йәшәгәс, беҙ башҡорт әҙиптәренең ижады менән дә таныш булырға тейеш, – тине ул.
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала буйлап троллейбуста йөрөүгә сығыр алдынан “Аралашыу килеп сығырмы?”, “Ябай халыҡ беҙ әйтәһе һүҙҙәрҙе, уй-фекерҙәрҙе ҡабул итерме?” тигән борсолоуҙар бар ине. Әммә осрашыу барышында бындай тойғолар бөтөнләй юҡҡа сыҡты – ихлас әңгәмәләшеүгә өлгәштек.
– Бындай сараны тәүге тапҡыр күрәм. Йәш сағымда Федоровка районынан Өфөләге заводҡа эшкә килгәйнем, Черниковкала төпләндем. Балаларым юғары техник белемле, өлкәнем техник фәндәр кандидаты булып китте. Үҙем ғүмер буйы нефть ҡыуыусы булып эшләнем. Журналға рәхмәт, тыуған яҡтарыма ҡайтып килгәндәй булдым, – тине хеҙмәт ветераны Ғәйнан Ғәйнетдин улы.
Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ бай йөкмәткеле сара үткәреп, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы баһалап бөткөһөҙ ҙур эш атҡарҙы. Ошондай рәсми булмаған осрашыуҙарҙа кешеләр айырыуса асыла, бер-береһенә ышана, уй-фекерҙәрен йәшермәй һөйләй. Донъя нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, баш ҡалабыҙ халҡының матур уйҙар менән йәшәүен, күңелдәренең саф булыуын күрҙек.