Камераның үҙ урыны булырға тейеш22.09.2015
Йыш ҡына телефонға төрлө кеше шылтырата, мәҫәлән, төрлө банк, телефон операторҙары. Алдан иҫкәртеп ҡуялар: “Һөйләшеү яҙылып бара”. Йәнәһе, ул-был була ҡалһа, уның һеҙгә ҡаршы ҡулланылыуы ихтимал. Күп йәмәғәт урындарында махсус иҫкәртеү элеп ҡуйылған: “Видеотөшөрөү бара”. Халыҡ был хәлгә өйрәнеп тә бөттө шикелле. Теге йәки был кешенең икенсе берәүҙе йәшерен рәүештә төшөрөп алған сюжеттары йыш ҡына енәйәт эштәрен асыуға булышлыҡ итә.
Водителдәр өсөн видеорегистратор бик уңайлы нәмә булып сыҡты, авария булған осраҡта ул үҙенең ғәйепһеҙлеген иҫбатлай ала. Шулай уҡ көнсөл ирҙәр йәмәғәтенең, ата-әсә уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең тупаҫ ҡылығын фашлау өсөн йәшерен видеотөшөрөүҙе әүҙем ҡуллана. Ҡайһы бер телеканалдар ошо сюжеттарҙы тамашасы иғтибарын йәлеп итеү өсөн файҙалана. Бында Рәсәй кешеһе уның законлымы-түгелме икәнлеге менән ҡыҙыҡһынып та тормай, иң мөһиме — ҡыҙыҡ булһын. Хатта берәй фажиғәле хәлдә, ярҙам итәһе урынға, уны видеоға төшөрөүҙе хуп күрәләр.
Яңыраҡ Өфө дауаханаларының береһенең бала табыу залында ҡуйылған видеокамералар тураһындағы хәбәр Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә йәшен тиҙлегендә таралды. Рөхсәтһеҙ видеоға төшөрөү бында тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Дауахана етәкселеге залдағы видеокамералар тураһында хәбәрҙар булмаған, йәнәһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәм: закон буйынса дауаханаларҙа видеоға пациенттың рөхсәте менән генә төшөрөргә мөмкин, ә кешенең һаулығы тураһындағы мәғлүмәт табип сере булырға тейеш. Әммә серҙәрҙең һаҡланып ҡалырына шик бик ҙур. Хәҙерге хакерҙар Пентагондың, “Яндекс”тың ныҡлы һаҡланған сайттарын боҙоп аса алғанда, дауаханалағы мәғлүмәтте йәшереп тотоп булмайҙыр.
Был яҙып алыуҙарҙың төп маҡсаты — төрлө мутлыҡты булдырмау. Ни эшләйһең инде, баҙар иҡтисады башлыса ошо алдаҡтарға ҡоролған бит: һатыусы һатып алыусыны һәм, киреһенсә, клиент магазинды йыш һемәйтә. Быларҙы булдырмау маҡсатында супермаркеттан башлап ябай кибеткә тиклем, бөтәһе лә йәшерен камералар ҡуя. Ателье, яғыулыҡ станцияһы, оҫтахана, юл инспекцияһы… Әммә дауаханаларҙа ҡулланғандары тураһында ишетелгәне юҡ ине. Түләүле медицина үҙәктәрендә был ҡулланыла, ни тиһәң дә, коммерция бит — берәй хата өсөн судлашып йөрөмәһендәр өсөн. Шундайҙарҙың береһендә эшләгән таныш табип аҡсаһы етмәгән ауырыуҙарға клиника етәкселеге ишетмәһен өсөн ҡағыҙға икенсе “осһоҙораҡ“ адрестар яҙып биреүе тураһында һөйләгәйне. Чиновниктар ришүәт алмаһын өсөн һәр кабинетты ошо ҡорамалдар менән йыһазландырырға йәки ишектәрен алып ташларға тигән тәҡдимдәр ҙә булғыланы.
Ҡайһы бер пациенттар үҙҙәре менән йәшерен диктофон (камера) алып килә. “Ни өсөн?” тигән һорауға “Хәтер насар бит, өйҙә тағы бер тапҡыр иғтибар менән тыңлау өсөн” тиҙәр.
Табиптар ҙа был рәсми яҙҙырыуға төрлө ҡарашта. Кемдер бәхәсле осраҡта ярҙам итә, тип һанай. Ни эшләйһең инде, бәғзе пациенттар сығыу менән ялыу яҙырға тотона – прокурорҙан башлап президентҡа тиклем.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйгә был мода Көнбайыштан килде. Әммә тиҙ арала Европаны уҙып киттек. Ундағы дауаханаларҙың бер кабинетында ла, палатаһында ла бындай яҙыуҙар менән шөғөлләнмәйҙәр. Был — фәҡәт беҙҙең ноу-хау. Көнбайыш халҡы рәсәйҙәргә ғәжәпләнеп ҡарай, баштарына һыймай әлеге һымаҡ күренеш. Унда ла табиптар менән ҡәнәғәт булмаған ауырыуҙар етәрлек. Унда ла ялыу яҙалар. Пациенттар судҡа ла бирә. Әммә ғәйепте иҫбат итеү өсөн аудио- һәм видеояҙмалар ҡабул ителмәй. Әгәр ҙә табиптың ғәйебен иҫбат итә алмаһа, ялыусы суд сығымдарынан тыш 2-3 мең евро штраф түләргә тейеш була. Шунлыҡтан докторҙың нервыһында уйнарға теләүселәр юҡ кимәлдә. Әгәр ҙә прокуратура тәфтише бында ябай ғына бизнес асһа, аптырарға кәрәкмәҫ: хәҙер ҡатынының бала тапҡаны төшөрөлгән видеояҙманы һатып алып ҡарарға теләгән атайҙар етәрлек бит. Дауахананың берәй хеҙмәткәренең аҡса һуҡҡыһы килеүе лә мөмкиндер.
Иң ғәжәпләндергәне — Берҙәм дәүләт имтиханын биргәндә уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы видеокамералар аша күҙәтеүҙе рәсмиләштереү. Балаларҙы төрмә режимына әҙерләйбеҙ түгелме? Табиптар ауырыуға һәм, киреһенсә, ә улары педагогтарға, полицияға, судҡа, дәүләткә ышанмаһа, ҡайҙа барып төртөлөрбөҙ?