Өмә иттек, сүп-сар йыйҙыҡ22.09.2015
Ошо көндәрҙә Өфөлә биләмәләрҙе таҙартыу буйынса дөйөм ҡала өмәһе ойошторолдо.

Сарала торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре, студенттар, уҡыусылар, баш ҡалабыҙ тормошона битараф булмаған айырым кешеләр ҡатнашты. Улар юлдарҙы, газон, парк, ихаталарҙы, квартал эсендәге биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартты. Йәмғеһе 3 878 кубометр сүп-сар сығарылды. Чер­кас­сы­лағы полигон уны бушлай ҡабул итте, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә.




Вернуться назад