Милли китапханала — балалар байрамы22.09.2015
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Асыҡ ишектәр көнө үтте.

Фестиваль рәүешендә ойошторолған сарала ижади һәләтле балалар, әҙәби бәйге лауреаттары, ошо өлкәләге проекттар менән шөғөлләнгән уҡыусылар ҡатнашты. Байрамға республиканың ҡайһы бер райондарынан да килгәйнеләр.
Был көндө китапханала бер нисә майҙан­сыҡ эшләне. Өфөнөң Октябрь районындағы Балалар ижады үҙәгенең “Парнас” әҙәби берекмәһенә йөрөгәндәр, үҙ әҫәрҙәрен уҡып, проза-слэм буйынса көс һынашты. Уларҙың сығыштарын кескәйҙәр генә түгел, ысын яҙыусылар ҙа баһаланы. Һөҙөмтәләр буйынса Өфөнөң 96-сы лицейындағы Х класс уҡыусыһы Анна Яковлева еңеүсе тип танылды.



Вернуться назад