27 февраль– 4 мартҡа йондоҙнамә25.02.2012
Йондоҙҙарҙың әлеге торошоноң йоғонтоһо ҙур. Шуға аҙна башында кәйефегеҙ шәптән булмаҫ. Мөһим ҡарарҙар ҡабул итмәй тороғоҙ. Һәр бер мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерегеҙ. Әүҙем эшмәкәрлек йәйелдермәгеҙ, аҙна аҙағына хәлегеҙ ҡалмаҫ. Хәл-ваҡиғаларҙың барышы шул тиклем шәп үҙгәрер, өлгөрәм тип сабауылламағыҙ. Шулай ҙа, Плутон һәм Юпитер, Ҡояш, Хирон һәм Нептундың торошона ҡарап, шуны әйтергә була: көс-ғәйрәт, түҙемлек һеҙҙе ташламаҫ. Аҡсаға ҡағылышлы, социаль мәсьәләләрҙе еңел хәл итерһегеҙ. Ә бына Меркурий менән Марстың бер һыҙыҡта тороуы юлда ҡыйынлыҡтар, документтар юллауҙа ауырлыҡтар вәғәҙә итә. Шулай итеп, башҡараһы эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн көс-ғәйрәт булһа ла, төрлө кәртәләр осрап торасаҡ. Аҙна аҙағына хәл яҡшырасаҡ. Кәйефегеҙ ҙә күтәрелер, тормошоғоҙ ҙа үҙ яйына ҡайтыр.
Дүшәмбе әүҙемерәк булығыҙ. Нимәнелер үҙгәртергә теләп, ағымға ҡаршы йөҙмәгеҙ. Шишәмбе эштә һүлпәнлек күрһәтерһегеҙ. Шаршамбы балаларығыҙға иғтибарлыраҡ булыу мөһим. Кесе йома һөҙөмтәле эш тураһында уйламағыҙ ҙа. Ә бына ял итеү өсөн иң шәп ваҡыт. Йома эштәрегеҙҙе теүәлләп ҡуйығыҙ. Ҡалған эшкә ҡар яуа тигәндәй, атҡарылып бөтмәгәндәрен һуңынан тамамлап ҡуйыуы ҡыйын булыр.

ҠУҘЫ
(21.03 — 20.04).


Үҙегеҙгә оҡшамаған кешеләрҙең күҙенә салынмайыраҡ тороғоҙ. Шәхси тормошта һайлау алдында тораһығыҙ икән, ашыҡмағыҙ. Быға тиклем башҡарған эштәрегеҙҙе ахырына еткерегеҙ. Һәр эшкә ҡурҡмайынса тотоноғоҙ. Был аҙнала “күҙ ҡурҡа – ҡул эшләй” девизы тап һеҙҙең өсөн.

БУҒА
(21.04 — 21.05).


Ҡаршылыҡтар күбәйер. Атҡара алмаҫтай эшкә тотонмайыраҡ тороғоҙ. Көтөү файҙаға ғына буласаҡ. Эшегеҙҙә үҫеш көтөлә, аҡса яғынан да һәйбәт осор буласаҡ. Иң мөһиме — ашыҡмай, һәр аҙымды үлсәп атларға кәрәк.

ИГЕҘӘКТӘР
(22.05 — 21.06)


Үҙ мәшәҡәттәрегеҙгә күмелеп, башҡаларҙы күрмәҫһегеҙ ҙә. Ғаиләлә бәхәс ҡубыр. Яңы таныштарығыҙ менән асылып китмәгеҙ, ниндәйҙер башланғысҡа тотонмау хәйерлерәк.

ҠЫҪАЛА
(22.06 — 23.07).


Эшегеҙҙә үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәтте ҡайҙан алыуығыҙҙы хеҙмәттәштәрегеҙгә һөйләмәгеҙ. Үҙ файҙаһына бороусылар табылыр. Балаларығыҙға ҡағылышлы мәшәҡәттәр тураһында тәжрибәле кеше менән кәңәшләшегеҙ. Бушҡа аҡса сарыф итмәгеҙ.

АРЫҪЛАН
(24.07 — 23.08).


Ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшер өсөн ваҡланмағыҙ. Аҡсағыҙҙы ҡайҙа йүнәлтеүгә ҡарап, эшегеҙҙең һөҙөмтәһен баһалау мөмкин буласаҡ. Уңыш һеҙҙең ҡәтғи ҡарарығыҙға бәйле.

ҠЫҘ
(24.08 — 23.09).

Ғаилә ҡаҙнаһын туплауға ҡарашығыҙҙы үҙгәртегеҙ. Аҡсаны кәрәкһеҙ әйберҙәргә сарыф итәһегеҙ. Бурыстарығыҙ тураһында онотмағыҙ. Ашыҡмағыҙ. Атҡараһы уй-ниәттәрегеҙҙе яйлап ҡына тормошҡа ашырығыҙ. Һеҙгә уңыш йылмайыр.

ҮЛСӘҮ
(24.09 — 23.10).


Иңегеҙгә байтаҡ мәшәҡәт йөкмәрһегеҙ. Һөҙөмтәлә ҡайһы берҙәрен эшләп еткерә алмаҫһығыҙ. Шуға һәр береһенә мөмкинлектәрегеҙгә генә ҡарап тотоноғоҙ.

САЯН
(24.10 — 22.11).


Эшлекле даирәлә әүҙемлек күрһәтегеҙ. Ижад менән шөғөлләнегеҙ. Ниндәйҙер ҙур эш атҡарырға тораһығыҙ икән, уны икенсе аҙнаға ҡалдырып тороғоҙ.

УҠСЫ
(23.11 — 21.12).


Эксперименттарҙан баш тартығыҙ. Осрашыу, аралашыу күп булыр. Ниндәйҙер яңы аш-һыуҙы ауыҙ итмәгеҙ, һаулығығыҙға ҡурҡыныс янар. Үткән аҙнала башҡарған эшегеҙҙең уңышын йыйыр мәл.

ЫЛАҠ
(22.12 — 20.01).


Хис-тойғоларығыҙҙы һәр кемгә белдереп бармағыҙ. Аңламаҫтар. Кисерештәрегеҙҙе яҡын дуҫтарығыҙ менән генә бүлешегеҙ. Шәхси тормошта көтөлмәгән бүләк алырһығыҙ.

ҺЫУҒОЯР
(21.01 — 19.02).


Ниндәйҙер ҡағиҙәләр уйлап сығарып, яҡындарығыҙҙы ла шул ҡағиҙәләр буйынса йәшәтергә маташырһығыҙ. Улар менән араны боҙмаҫ өсөн үҙегеҙгә йомолоп, буш ваҡытығыҙҙы яңғыҙ ғына үткәреү хәйерлерәк булыр.

БАЛЫҠ
(20.02 — 20.03).


Яңы эшкә тотонһағыҙ, уңмаҫһығыҙ. Яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ, ял итегеҙ, хыялдарға бирелеү ҙә ҡамасауламаҫ. Тиҙҙән уларҙың тормошҡа ашыуы мөмкин.
Өмөтбикә.


Вернуться назад