Ниндәй фәндән һынау тотаһың?22.09.2015
Республикабыҙҙа IХ класс уҡыусылары 1 февралгә тиклем төп дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн теге йәки был фәнде һайларға тейеш.

Был уҡыу йылынан улар дүрт имтихан тапшырырға тейеш. Урыҫ теле, математиканан тыш, тағы ла ике фәнде һайлау шарт. Артабан профилле класҡа (математика, биология, гуманитар, лингвистика, медицина) инеү өсөн тап ошондай талап ҡуйыла.
Өҫтәмә ике имтихандың һөҙөмтәләре киләһе йыл аттестат алыуға йоғонто яһамай. Әммә 2017 йылдан, әгәр уҡыусы ике һәм унан күберәк фән буйынса төп дәүләт имтиханын тапшыра алмаһа, аттестаттан мәхрүм ҡаласаҡ. Августа һәм сентябрҙә генә ҡайтанан һынау тоторға мөмкин.




Вернуться назад