Был ғаиләне Балтаста белмәгән кеше һирәктер. “Моңға бай гармун” конкурсы лауреаты Наил Хафиз улы — район мәҙәниәт һарайы янындағы тальянсыларҙың “Моң” халыҡ ансамблен ойоштороусы ла, уның етәксеһе лә. Яңы Штәнде ауылында тыуып үҫкән Наил бәләкәйҙән йыр-моңдо үҙ иткән. Атаһы Хафиз ағай, һарыҡ һатып, улына бәләкәй генә гармун алып бирә. Шунан башлана ла инде малайҙың моңға сорналған тормошо.
Кистәрен үҙенән күпкә өлкән ауылдаш ағай-апайҙарын йыйып бейетеүсе, йырлатыусы, ғаилә байрам- дарын музыкаль яҡтан биҙәүсе, армия хеҙмәтенә юлланған ағайҙарын моңло көйҙәр менән хәйерле юл теләп оҙатыусы ла Наил була. Инде урта мәктәпте тамамлағанда егеттең алдында “Киләсәктә кем булырға?” тигән һорау тормай. Ике лә уйламай, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-мәғрифәт техникумының халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә. Аҡыллы, сабыр, тыйнаҡ егет буласаҡ ҡатынын да белем алған йылдарында осрата. Иҫке Балтас ауылы ҡыҙы Зөһрә Наилен армияға оҙата, көтөп ала.
Наил Хафиз улы уҡыуын хәрби хеҙмәттән һуң тамамлай, баян буйынса махсуслашып, халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле етәксеһе һөнәрен ала. Йәштәр ғаилә ҡора һәм төрлө уйҙарға бирелмәй, тыуған төбәк- тәренә эшкә ҡайта. Район мәҙәниәт һарайында Наил баянсы, ҡатыны бейеүсе, методист булып оҙаҡ йылдар дауамында хеҙмәт итә. Мәҙәниәт һарайының методика кабинеты мөдире була Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы. Оҙаҡ йылдар дауамындағы өлгөлө эшмәкәрлеге өсөн “Хеҙмәт ветераны” исемен лайыҡлы йөрөтә ул бөгөн.
Бер ҡаҙанға ике тәкә башы һыймай, тиҙәр. Ғәлләмовтарға ҡағылмай был.
— Бер-беребеҙҙе аңлап йәшәүебеҙ күп һынауҙарҙан һаҡлағандыр, тимен, — ти Зөһрә ханым.
Берҙән-бер улдары Айҙар ҙа сәнғәт, моң илен үҙ иткән. Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт техникумының бейеү бүлеген тамамлаған, тыуған районында “Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбленә етәкселек иткән.
Айҙарҙың кәләше Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — Ишембай районының Кинйәбулат ауылы һылыуы. Уҡыған йылдарында ғаилә ҡорғандар. Хәҙер өс сабый тәрбиәләйҙәр. Эмиль менән Данил — мәктәп уҡыусылары, Альбинаға дүрт йәш. Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — бар булмышы менән мәҙәниәткә, сәнғәткә бирелгән ханым. Район мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы бала- ларҙың “Гөрләүек” өлгөлө бейеү ансамбленә етәкселек итә. Байрам уңайынан ойошторолған концерт про- граммаларында ҡабатланмаҫ бейеүҙәре менән тамашасыны һоҡландыра.
Концерт программаларын, башҡа тантаналарҙы урыҫ һәм башҡорт телдәрендә алып барыусы сифатында ла һынатҡаны юҡ Гөлназ Әхтәм ҡыҙының. Ә уның етәкселеген- дәге бәләкәй бейеүселәр ансамбле район, республика бәйгеләрендә лә уңышлы сығышы менән һөйөндөрә. Бейеү сәнғәтенә тартылған сабыйҙарҙы матурлыҡҡа, тәртипкә, йыйнаҡлыҡҡа, коллективта эшләргә өйрәтеү етәксенән күпме көс сарыф иткәнлеген күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел.
Өлкән Ғәлләмовтарҙан башланған моң шишмәһе бөгөн инде тағы ла артып, яңырып, урғылып аға. Уларҙың бынамын тигән ғаилә ансамблдәре бар. Наил Хафиз улы, Айҙар Наил улы, Эмиль Айҙар улы — баянда, Зөһрә Рәхимйән ҡыҙы — бубенда, Гөлназ Әхтәм ҡыҙы — ҡумыҙҙа, Данил Айҙар улы өсмөйөшлө һуҡма ҡоралда халыҡ көйҙәренә теҙмәне уйнап ебәрһә, залда илаһи тынлыҡ урынлаша.
Эмиль, сәнғәт мәктәбенең баян класын уңышлы тамамлаһа ла, олатаһы етәкселек иткән ансамблдә уйнай. Бәләкәй Альбина ла бик дәртле. Үҫә төшкәс, бәлки, уның да һәләте асылыр һәм Ғәлләмовтарҙың ғаилә ансамбленә ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәр.
Ир кешенең аҡылы, ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығы ғаиләне күркәм, ғүмерле итә. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән хеҙмәттәштәре ғаилә башлығы Наил Хафиз улы хаҡында бик дөрөҫ әйтә:
— Ниндәй генә сара үткәрелеүгә ҡарамаҫтан, тәүлектең ҡайһы сәғәтендә мәҙәниәт һарайына инһәк тә, Наил Хафиз улы иңенә баянын аҫып, сараның уртаһында ҡайнай. Элек: “Был кешенең шәхси донъяһы бармы, өйөнә ҡайта аламы икән?” — тип уйлай инек. Һоҡланғыс сифат биҙәй уны: ысын профессионал булараҡ, вәғәҙә иткәнен мотлаҡ үтәй. Күңеле менән ошо өлкә кешеһе булғас, юғалып та ҡалмай, башҡаларҙы ла ҡабатламай, Балтас еренең Наил Ғәлләмовы булып ҡала.