Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары
Һағыныу сәләмемде илтһәсе,
Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып,
Күңелеңдә сыңлап үтһәсе...
Шамил Хәмәҙинуров башҡарыуындағы был йырҙы тыңлаған һайын тыңлағы килә. Күптәрҙе йырсының үҙенсәлекле моңо әсир итә, сөнки уны бүтәндәр менән бутау мөмкин түгел. Ысынлап та, халыҡ артисы Шамил Хәмәҙинуровты республикабыҙҙа белмәгән кеше юҡтыр. Уның башҡарыуындағы “Бәллүр яҙмыш”, “Төнгө серенада”, “Ҡойон”, “Парлы тормош”, “Өфөләргә барам әле”, “Үҙең аңла” кеүек киң танылған йырҙары башҡорт эстрадаһының алтын фондын тәшкил итә.Ошо көндәрҙә халыҡ яратҡан сәхнә оҫтаһына 65 йәш тулған булыр ине. Ҡыҙғанысҡа, үҙе был көндө күрә алманы – былтыр яҡты донъянан китеп барҙы. Шулай ҙа ысын сәнғәт әһеленең ҡабатланмаҫ моңо беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Уның тыуған төйәге Мишкә районында иҫтәлекле көндө киң билдәләнеләр.
Иштебай ауылында тыуған Шамил Шәрифйән улының бала сағы бигүк еңелдән булмай. Бәләкәйҙән атайһыҙ үҫә. Моңдо үҙ иткән малай мәктәптең бер күрке ине, тип хәтерләй ауылдаштары. Хатта уҡытыусылар ҡайһы берҙә дәрес ваҡытында бүтәндәрҙән яуап һораһа, Шамилдың йырлауын үтенгән.
Башҡортостандың йыр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхесте яҡташтары ғорурланып телгә ала. Шамил Шәрифйән улы хеҙмәт юлын нәҡ Мишкәлә башлай: 1974 – 1976 йылдарҙа район мәҙәниәт йортонда методист һәм драма түңәрәге етәксеһе булып эшләй. Иҫтәлекле ваҡиғаны билдәләүгә яҡташтары ныҡлы әҙерләнгән. Мәҫәлән, урындағы хакимиәт йырсының аудиодискын сығарған. Ә район үҙәгендә уға иҫтәлекле таҡтаташ астылар.
– Шамил ағай шул тиклем ябай кеше булды, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин. – Эше күп булыуға ҡарамаҫтан, тыуған яғына йыш ҡайтып йөрөнө. Һабантуйҙар бер ҡасан да унһыҙ үтмәне. Яҡташыбыҙ бик күп телдәрҙә йырлай ине. Шуға уны башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа яратты.
Йырсының ижадташ дуҫы, билдәле музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов филармонияла бергә эшләгән осорҙо иҫкә алды.
– Ул ойошторған “Ихлас” төркөмө менән ҡайҙа ғына булманыҡ! – тине ул. – Һыуыҡ клубтарҙа, йәйге селләлә, ҡышын майҙандарҙа сығыш яһарға тура килде. Һаулығы шул арҡала ла ҡаҡшағандыр. Уның хеҙмәтенә ваҡытында тейешле баһа бирелмәне. Аяҡ салыусылар ҙа булды. Үлер алдынан ғына “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән исем бирҙеләр. Был баһаға күптән лайыҡ ине ул. Шамил Шәрифйән улы баҫалҡы, ярҙамсыл, итәғәтле кеше булараҡ хәтерҙә мәңге һаҡланыр.
Сәхнә оҫтаһы хәләл ефете, йырсы Римма Ибраһимова менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкәне Гөлназ – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөдире, кесеһе Гөлсәсәк – Татарстандың Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры артисы.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы был көндә Мишкәлә хәйриә концерты ойошторҙо. Тамашасылар алдында билдәле сәхнә оҫталары Лилиә менән Хәлит Фәтиховтар, Фәриҙә һәм Роберт Тимербаевтар, Әлфиә Юлсурина, Фән Вәлиәхмәтов, Вәлит Илембәтов, Радик Вәлмөхәмәтов, Рушан Биктимеров, Минзиә Нәсибуллина, Рәмил Хәзиев, Сүриә Ғималова сығыш яһаны.
Концерттан йыйылған аҡсаға Шамил Хәмәҙинуровҡа һәйкәл асырға ниәтләйҙәр. Киләсәктә район хакимиәте Мишкәләге яңы урамдарҙың береһенә арҙаҡлы йырсының исемен биреү күҙаллана.