“Осҡон” майҙан йыя19.09.2015
Республикабыҙҙа “Осҡон” башҡорт видеоһы конкурсында 30 ноябргә тиклем ҡатнашырға мөмкин.

Силәбе өлкәһендәге Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы бәйгене быйыл март айында уҡ иғлан иткәйне. Ҡатнашыусыларҙың үтенесе буйынса ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды.
— Әле ойоштороу комитетына 20-нән ашыу эш килде, — тине конкурстың етәксеһе Владислав Габов. — Видеоларҙы оҫталар ҙа, һәүәҫкәрҙәр ҙә ебәрә ала.
Бәйгегә ғаризалар мобиль видео, музыкаль клип, социаль видеоролик, ҡыҫҡа метражлы фильм кеүек номинациялар буйынса ҡабул ителә. Уларҙы конкурстың oskon-video.ru рәсми сайтына һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге http://vk.com/oskon2015 төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Эштәрҙе YouTube һәм Vimeo видеохостингтары аша урынлаштырыу, Интернет-заявкала һылтанмаларҙы күрһәтеү шарт. Видеолар күңелдәрҙе рухи-әхлаҡи яҡтан байытырға, әүҙем һәм сәләмәт тормошто сағылдырырға тейеш.




Вернуться назад