Өфө йәнә ҡунаҡ көтә19.09.2015
Баш ҡалабыҙҙа 5-6 ноябрҙә Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре уҙғарыла.

Башҡортостанға күргәҙмәләр, эшлекле һәм мәҙәни саралар үткәреү өсөн Ҡытайҙан 200-ҙән ашыу рәсми власть һәм компания вәкиле киләсәк. Эшлекле осрашыуҙарҙан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә В2В юҫығындағы һөйләшеүҙәр ойоштороу күҙаллана. Сараларҙа сауҙа, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт, төҙөлөш материалдары, фарфорҙан әйберҙәр етештереү өлкәһендәге предприятиелар вәкилдәре, инвесторҙар ҡатнашасаҡ.




Вернуться назад