Сабыйға өс йәш тулмаһа ла...19.09.2015
Хәҙер әсәлек капиталын, балаға өс йәш тулғанын көтмәйенсә, торлаҡ һатып алыуға тәүге иғәнә рәүешендә файҙаланырға мөмкин.

Рәсәйҙең Пенсия фонды сайтында хәбәр ителеүенсә, күптән түгел капиталды йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерелгән. Яңылыҡтарға ярашлы, аҡсаны торлаҡ кредиты йәки займы буйынса тәүге иғәнәне түләүгә тотонорға була. Әлегә тиклем дә әсәлек капиталы ярҙамында торлаҡ кредитын түләргә мөмкин ине, ләкин был ҡағиҙә тәүге иғәнәгә ҡағылмай ине. Бынан тыш, Пенсия фондының территориаль органдары капиталға бер тапҡыр ҡушылған 20 мең һумды алыуға ғаризалар ҡабул итә. Был аҡсаны көндәлек ихтыяждарға тотонорға була. Ғаризаны 2016 йылдың 31 мартына тиклем тапшырырға кәрәк.




Вернуться назад