Табышты нимә арттыра?19.09.2015
2015 йылдың икенсе кварталы йомғаҡтарына ҡарағанда, “Башнефть”компанияһы эшмәкәрлегенең финанс һөҙөмтәләрен байтаҡҡа яҡшыртҡан.
Быйылғы тәүге квартал менән сағыштырғанда, уның саф табышы 57,2 процентҡа үҫеп, 17,9 миллиард һумға еткән. Уңыштың нигеҙен нефть продукттары кәрзиненең ҡиммәтләнеүе, сифаттың яҡшырыуы, шулай уҡ эске баҙарҙа “ҡара алтын”ға хаҡтың күтәрелеүе тәшкил итәлер. Рәсәй буйынса нефть һатыу беренсе кварталға ҡарағанда өстән бер өлөшкә, ә табыш 50,6 процентҡа артҡан.