Тотороҡло үҫеш нигеҙе19.09.2015
Башҡортостан быйыл июндә “Башнефть” компанияһының 25 процент плюс бер акцияһына эйә булды, был аҙнаның шаршамбыһында иһә Дәүләт мөлкәтенә идара итеү буйынса федераль агентлыҡ (“Росимущество”) менән акционерҙар килешеүе төҙөнө.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың “Ведомство” гәзитенә интерьюһында ошо ваҡиғалар һәм артабанғы үҫеш пландары хаҡында һүҙ бара.
– Компанияның финанс хәле тотороҡло, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе. – Ауыр иҡтисади осорҙа ул үҙен лайыҡлы тота. Әгәр “Башнефть” ете-һигеҙ йыл элек ун миллион тонна тирәһе нефть сығарһа, был күрһәткес хәҙер 16 миллион тоннаға етте. Уңыш, әлбиттә, тәү сиратта заманса технологиялар ҡулланыуға һәм башҡа яңы алымдарға бәйле. Өҫтәүенә компания “ҡара алтын”дың яңы ятҡылыҡтарын эҙләү менән даими мәшғүл.