Һайлаусы яңы бурыс йөкмәтә19.09.2015
– Утыҙ йылға яҡын хеҙмәт итеп, шундай аҙ пенсия алырмын тип уйламағайным, — тип аптырай химия заводында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан хеҙмәт ветераны Мөкәрәмә апай. III төркөм инвалиды Ғабдулхай ағайҙың да һорауы шул: пенсия күләмен арттырып булмаймы? “Хеҙмәт фиҙакәрлеге өсөн” тигән миҙалым бар, стажым да ҙур. Уларҙың пенсия күләменә йоғонтоһо юҡмы ни?” — ти 87 йәшлек ветеран.
Мәләүез районында һайлаусылар менән осрашҡан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға өлкәндәрҙе борсоған күп һорауҙарға яуап бирергә, ҡайһы берҙәрен төрлө ведомство етәкселәре ярҙамында урында уҡ хәл итергә мөмкин булды.
– Халыҡ менән ошолай күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәрҙең береһе лә инвалидлыҡ билдәләү мәсьәләһенә ҡағылмай ҡалғаны юҡ, — тип белдерҙе парламентарий. — Күреп тораһығыҙ, бөгөн дә, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының норматив акттары яңыртылыуына ҡарамаҫтан, граждандарҙың инвалидлыҡ билдәләү процесына һәм уның һөҙөмтәләренә дәғүәләре етерлек. Шуға күрә көҙгө сессияла комитет ултырышында ошо көнүҙәк мәсьәлә буйынса мотлаҡ фекер алышасаҡбыҙ.
Заманында түбән эш хаҡы алған өлкәндәрҙең әле аҙ ғына пенсияны ҡайҙа һуҙып еткерергә белмәй аптырауы — бөгөнгө ысынбарлыҡ. Өҫтәүенә ҡайһы саҡта дауахана, шифахана, курорттар хеҙмәтенән файҙалана алмау ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһон көсәйтә.
Элек хеҙмәткәр путевка һорап — профсоюзға, ә пенсионер һәм льготаға эйә булыусы халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итһә, хәҙер, үкенескә ҡаршы, бушлай юллама бирмәйҙәр. Законға ярашлы, ул граждандарҙың айырым категорияһына — федераль льготаға эйә булыусыларға — ғына ҡаралған.
Пенсионерҙарға килгәндә, шифахана-курорттарға түләүһеҙ путевкалар бары эшләмәгәндәргә (йәғни 55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙға һәм 60 йәштән өлкәнерәк ир-атҡа) бирелеүе мөмкин. Шуныһын да иҫәпкә алырға кәрәк: бындай льгота социаль яҡлау сараларына һәм башҡа нигеҙҙәр буйынса шифахана-курорттарҙа дауаланыуға путевка алыуға хоҡуҡтары булмаған өлкәндәргә генә ҡаралған. Төп шарт шул: пенсионерҙы юллама менән шифаханаға ебәреү өсөн медицина күрһәтмәһе булырға тейеш.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала әле 879 мең өлкән кеше йәшәй, 2021 йылға уларҙың һаны 1,1 миллионға етәсәк тип күҙаллана.
Демографик хәлдең үҙгәреүе хаҡлы ялдағыларҙы социаль хеҙмәтләндереү эшен камиллаштырыуҙы талап итә. Яҡын арала беҙҙең республикала ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙе һәм инвалидтарҙы стационарҙа хеҙмәтләндереүҙе шәхси учреждениеларҙың үҙ өҫтөнә алыуы ихтимал. Заманса пансионаттар яңғыҙ ҡалғандарға ҡартлығын лайыҡлы шарттарҙа үткәреүҙә ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Әлбиттә, бушҡа түгел, хаҡы уртаса пенсиянан юғары.
Депутат ҡабул итеүгә килгән һәр кемдең үтенесен закон нигеҙендә хәл итеү юлдарын аңлатты. Ҡайһы берәүҙәрҙең һорауына яуап мәсьәлә ентекләп өйрәнелгәндән һуң биреләсәк. Бындай ике яҡлы һөйләшеүҙәр һайлаусылар өсөн мәғлүмәт алыу майҙаны булһа, дәүләт сәйәсәтен үткәреүсе төрлө кимәлдәге етәкселәр өсөн ул фәһемле һабаҡ та.