Бүләккә - дини календарь!18.09.2015
2016 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу бара.
Хаҡтар түбәндәгесә
50600 идексы - 1436 һум 28 тин
31805 индексы - 609 һум 90 тин
60740 индексы (ойошма, предприятиелар өсөн) - 1742 һум 28 тин.
Мәғлүм буйынса, киләһе йылда "Башҡортостан" гәзите аҙнаһына өс тапҡыр - шишәмбе, шаршамбы, йома сығасаҡ. Шуға ла төп индексҡа яҙылыу хаҡы бер аҙ арзаныраҡ. Әйткәндәй, баҫманың күләме шул килеш һаҡлана.
Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияға ебәргән тоғро дуҫтарыбыҙ бүләккә 2016 йылға башҡортса дини календарь ала башланы ла инде. Ошо уҡ квитанциялар йыл аҙағанда лотерея отошонда ҡатнашасаҡ. Иң ҙур бүләк - "Радуга" шифаханаһына сертификат! Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!


Вернуться назад