Үҙәк һайлау комиссияһына — 20 йыл18.09.2015
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 20 йыллығын билдәләй. Иҫтәлекле дата айҡанлы уның исеменә Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуровтан ҡотлау килде.
Хатта былай тиелә: “Башҡортостандың 1995 йылда ойошторолған Үҙәк һайлау комиссияһы республика биләмәһендәге бөтөн кимәлдәге тауыш биреү кампанияларының сифатлы үтеүен тәьмин итә, илебеҙҙең һайлау системаһын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Сараларҙың юғары ойоштороу кимәлен тәьмин итеүе һөҙөмтәһендә комиссия ҙур абруй яуланы”.
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы башлығының ҡотлауында билдәләнеүенсә, республикала тауыш биреүҙе ойоштороу, һайлау ҡануниәтен камиллаштырыу, хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү йәһәтенән бай тәжрибә тупланған.