Мәсьәләләр йыһанда хәл ителмәй18.09.2015
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Берҙәм тауыш биреү көнөндә республика һайлаусыларының 73 проценттан ашыуы “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы күрһәткән кандидаттар өсөн тауыш биргән. Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев журналистар менән осрашыуында белдерҙе. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ партиялар ҙа һайлау кампанияһына беҙ теләгәнсә ҡыҙыҡһыныу белдермәне. Бәлки, һөҙөмтәләрҙә ошо ла сағылыш тапҡандыр”, — тине ул.
Парламент етәксеһе билдәләүенсә, һайлау кампанияһы алдынан уҡ ул башҡа сәйәси партия ағзалары менән осрашып, уларҙы сәйәси сарала әүҙемерәк булырға саҡырған, әммә “күрәһең, ҡайһы берәүҙәр өсөн кандидаттарын муниципаль кимәлдә күрһәтеү мөһим түгел”. Константин Толкачевтың фекеренсә, халыҡтың йәшәйешенә ҡағылышлы мәсьәләләр йыһанда ла, ниндәйҙер бер билдәһеҙ ғаләмдә лә түгел, ә билдәле бер биләмәлә, урамда хәл ителә. Кемдер Дәүләт Думаһы йәки Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай менән сағыштырғанда, муниципаль һайлауҙа еңеү әллә ни әһәмиәтле түгел тигән фекерҙә икән, ул ҡырҡа яңылыша, сөнки дәүләткә идара итеү тап урындағы үҙидаранан, инициатива күрһәткән һәр кешенән башлана.
“Берҙәм Рәсәй” ағзаларының һайлауҙа ышаныслы еңеүе тәү сиратта фирҡәнең конкурентлыҡ һәләте, программаларына һәм идеяларына ихтыяждың ҙурлығы хаҡында һөйләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 7310 мандатҡа 15 329 кандидат дәғүә итә ине, һөҙөмтәлә 5572 депутат мандаты “Берҙәм Рәсәй” иҫәбенә тура килде.
— Партия башлыса йәштәргә иҫәп тотто. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, урындағы үҙидара органдарына 35 йәшкәсә 793 кеше һайланды, — тине Константин Толкачев.
Ошо уҡ көндө Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе республика парламентының яңы депутаттары — Туймазы һайлау округы буйынса үткән Рәмил Бигнов һәм Күмертау һайлау округында еңгән Хәйҙәр Ғайсин менән осрашты.